— Киләһе өс йылда “Башҡорт Уралы” биосфера резерватын үҫтереүҙе финанслау өсөн ғариза әҙерләнә, — тип хәбәр итте “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев матбуғат конференцияһында. — Аҡса инфраструктураны үҫтереүгә тотонола.
Биосфера резерваты тәбиғәтте һаҡлау һәм туристар йәлеп итеү маҡсатында былтыр ойошторолғайны. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, Башҡортостанда төбәк-ара биосфера резерваттарын ойоштороу мәсьәләләре лә ҡарала. Мәҫәлән, Учалы районы менән Силәбе өлкәһе сигендә ошондай объекттың барлыҡҡа килеүе ихтимал.
“Башҡорт Уралы” — ЮНЕСКО-ның республикалағы тәүге объекты. Октябрҙә был халыҡ-ара ойошманың штаб-фатирында Башҡортостан менән таныштырыу сараһында уның тураһында ла мәғлүмәттәр тәҡдим ителәсәк.