Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн тәү башлап 16 битлек “Башҡортостан”-Йома”ны ҡулығыҙға алдығыҙ. Редакция, һеҙҙең тәҡдимдәрҙе һәм почта хеҙмәтенең эшенә бәйле шарттарҙы иҫәпкә алып, уны кесе йома һаны менән берләштерергә ҡарар итте. Уҡыусыларыбыҙҙы яңы формат ҡына түгел, башҡа төрлө дизайн һәм бай йөкмәтке менән дә ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Күпселек тарафынан хуплау тапҡан рубрикаларҙың байтағы һаҡланды, яңылары ла өҫтәлде. Бынан ары телевидение һәм радио тапшырыуҙары программаһы ла йома көндө баҫыласаҡ.
Әлеге һан менән бергә “Башҡорт донъяһы” донъя күрһә, артабанғыларында “Аҡмулла”, “Һорау-яуап”, шулай уҡ өр-яңы “Ветеран” ҡушымталары ла сығасаҡ. Башҡорт исемдәре тураһында мәғлүмәт бирә башлауыбыҙ, әҙәбиәткә иғтибарҙы арттырыуыбыҙ, тәнҡитте көсәйтеүебеҙ — барыһы ла һеҙҙең өсөн!