Район советы рәйесе Рима Нәбиуллинаға телефон аша командировкаға килеүебеҙҙең сәбәбен – төбәктәге уңыштарҙы, халыҡтың йәшәйешен күрһәтергә теләүҙе аңлаттым. “Нәҡ шул көндө алтын туйын билдәләүсе күркәм парҙы ҡотларға йыйынабыҙ, тимәк, бергә барасаҡбыҙ”, – тине ул шатланып.
... Шулай итеп, бығаса ишетеп белгән Гөмбәгә юлланабыҙ. Ауыл ҡапҡаһын үтеп оҙаҡ та барманыҡ, бүтәндәренә ҡарағанда ҡалҡыуыраҡ йорт тирәһендә халыҡтың йыйылып тороуы иғтибарҙы йәлеп итте. Байрам, тимәк, бында көтөлә. Унан инде бәхет бөркөлөп торған өйҙән клубҡа юлландыҡ.
– Ауыл бәләкәй, уның ҡарауы, кешеләре ихлас, изге күңелле, – тип һөйләй Рима Шамил ҡыҙы. – Район үҙәге Асҡында күңелле мәҙәни саралар йыш ойошторола, һәүәҫкәрҙәребеҙ ҙә, ситтән килгәндәр ҙә концерт ҡуя. Ә беҙҙеке кеүек ауылдар нимә эшләргә тейеш? Әлбиттә, улар үҙҙәренә үҙҙәре байрам ойоштора. Был көндө Гөмбәләге мәҙәни сараға олоһо ла, кесеһе лә йыйылды, күптәр юбилярҙарға йылы һүҙен еткерҙе, таланттар иһә йыр-моң өләште.
Бәхет килмәҫ ишетеүҙән “бәхет” һүҙен, һанламаһаң бәхетеңде башта үҙең, тиҙәр. Рәзинә менән Шәүкәт Әхмәҙуллиндар ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарының тәүге көндәренән үк бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы була, бер-береһенә хөрмәт менән ҡарай. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем колхозда бил бөгөү етмәгән, шәхси хужалыҡта тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эш-мәшәҡәт көтә. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт өлгөһөндә балаларына тәрбиә һәм төплө белем биргән кешеләр улар. Шәүкәт Йәсәүи улы билдәләүенсә, һәр кем үҙ ояһын үҙе ҡора, ҡайҙандыр нимәлер көтөп ятырға кәрәкмәй. Уның һүҙен Рәзинә Фәйзрахман ҡыҙы ла йөпләй:
– Уртаҡ уйлы булып ғүмер итеүгә ни етә! Элекке заманда бар эш тиерлек ҡул көсө менән башҡарылды, шулай ҙа һәммә ергә лә өлгөрҙөк. Дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең ҡайтып төшөүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Бәләкәй ауылдың ябай ғына кешеләре менән аралашыу ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Тормошҡа зарланмайҙар, өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан мал аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта дәүләт тарафынан аҙ ғына иғтибар ҙа уларҙың күңеленә йыуаныс өҫтәй, киләсәккә дәрт уята.
Асҡын районы.