Зимфер Төхвәтуллин — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районындағы Дәүләт автоинспекцияһы бүлеге начальнигы. Ҡасандыр ул ошо райондың эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлын башлаған. Бөгөн иһә полиция майоры Төхвәтуллин — личный состав етәксеһе.
Эске эштәр органдарына Зимфер Зөфәр улы 26 йәшендә килә. Бер айҙан уға Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәтендә тәүтикшереү инспекторы вазифаһы тәҡдим ителә. Ике тиҫтә йыл үткәс, ул аҙымының дөрөҫ булыуына инана.
“Афарин! Үҙ көсөнә ышанды, коллегаларында ла өмөт уятты”, — тип баһалай уны дәүләт автоинспекцияһы пенсионеры, отставкалағы өлкән прапорщик Радик Алхәйҙәров.
Тәү тикшереүсе вазифаһында З. Төхвәтуллин дүрт йыл самаһы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә бай тәжрибә туплай. Ҡушылған эште оҫта итеп башҡарған, ярҙамсыл, яуаплы Зимфер Зөфәр улын ДАИ етәксеһе вазифаһына тәҡдим итәләр.
Алдан күрә белеүсәнлеге, ныҡышмалылығы уға күп тапҡыр ярҙам итә. Мәҫәлән, 2005 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында билдәһеҙ автомобиль бер ҡатынды тапай. Енәйәтсене аҙнанан ашыу ваҡыт үткәс кенә эҙләп табалар. Бик күп шаһиттарҙан һорау алалар. “Волга” автомобилен эстакадаға күтәргәс кенә уның аҫтынан һәләк булған ҡатындың ҡан эҙҙәре, сәс бөртөгө табыла. Машина хужаһы башта ғәйебен танырға теләмәй, әммә дәлилдәр асыҡланғас, енәйәте хаҡында һөйләп бирә.
Зимфер Төхвәтуллиндың тормошо һәм шәхесе бик ҡыҙыҡлы. Ул — дүрт бала атаһы. Ҡыҙы ла атаһының юлын һайлаған. Эльвира Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Улы Эльнур Рәсәй Эске эштәр министрлығының Пермь эске ғәскәрҙәр хәрби институтындағы автомобиль факультетының 4-се курсында белем ала. Икенсе улы Илфир өсөнсө класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған, кесеһе Арсенға — йәш ярым.
Полиция майоры Төхвәтуллин буш ваҡытын нисек уҙғара? Был һорау, моғайын, урынһыҙҙыр. Кескәй балаларын һағынып ҡайта, улар менән шөғөлләнә. Ә өлкәндәрендә яҡын дуҫтарын күрә. Ғөмүмән, буш ваҡыты булһа, Зимфер Зөфәр улы уны яҡындары менән уҙғарырға тырыша, йөҙөү менән мауыға. Тап ошо шөғөлө уға көс-дәрт, илһам бирә. Зимфер Төхвәтуллин кеүек намыҫлы, ихлас шәхестәр тормошобоҙҙа күберәк булһын ине.