Законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ!03.07.2013
Законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ!5 июлдә ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ өсөн ҙур байрам: Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылы һылыуы Лариса Кинйәбулатова менән Әбйәлил районының Ишбулды ауылы егете Айнур Хәлисовтың законлы никах көнө.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе яңы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, бергә үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын!
Ҡотло булһын нигеҙ, ырыҫ ҡунһын,
Уй-теләктәр булһын игеҙәк.
Мөхәббәттең гүзәл емештәре —
Бала-саға — үҫһен бер итәк.
Туйҙар булһын тағы, күп-күп туйҙар
— Өй туйығыҙ, бәпес туйығыҙ.
Ҡыҙҙар биреп, улдар өйләндереп,
Килеп етһен алтын туйығыҙ.
Эй, ғүмерҙең ҡабатланмаҫ мәле
— Күпме сафлыҡ һеҙҙә, тоғролоҡ!
Ошо бер мәл ғүмер юлығыҙҙа
Булһын мәңге балҡып торорлоҡ.

Иң изге теләктәр менән Өфө ҡалаһында йәшәүсе Фәриҙә һәм Нәсих Хәлисовтар, уларҙың ҡыҙҙары, кейәүҙәре.


Вернуться назад