Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса килгән һорауҙар артҡандан-арта. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Яңы итегем йыртылды— Ноябрь баштарында Өфөлә ҙур, билдәле магазиндан итек һатып алғайным. Гарантияһы бер ай, тинеләр. Ошо арала итегем йыртылып сыҡты, ә бер ай үтеп китте. Әгәр сифатһыҙ тауарҙы кире магазинға алып барһам, улар миңә аҡсаһын ҡайтарырмы икән? Баш тартһалар, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Гүзәлиә, Өфө ҡалаһы.
— Һеҙ һатып алған тауарҙың гарантия ваҡыты үткән. Әммә итегегеҙҙең етештереүҙәге етешһеҙлеге сәбәпле йыртылыуына ышанаһығыҙ икән, уны, 30 көнлөк гарантия ваҡыты үтеүенә ҡарамаҫтан, кире алып барып бирегеҙ. “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһындағы” Закондың
18-се статьяһына ярашлы эшләнә был. Һатыусыға яҙма дәғүә белдерегеҙ һәм уны ҡабул итеүе тураһында имзаһын алырға онотмағыҙ. Әгәр һеҙ талап иткәнде үтәргә баш тарталар икән йәки уларҙың ҡарары менән риза булмаһағыҙ, судҡа мөрәжәғәт итеп хоҡуғығыҙҙы яҡлай алаһығыҙ. Сифатһыҙ тауар өсөн аҡсаны ҡайтарып алыуҙан йәки уны икенсегә алмаштырыуҙан тыш, мораль зыян, неустойка өсөн дә аҡса түләтә алаһығыҙ.
Шул уҡ 18-се статьяға ярашлы, бушлай тауарҙың етешһеҙлеген бөтөртә (ремонтлата), шундай уҡ икенсе тауарға алмаштырта йәки, өҫтәп түләп, башҡа маркалы тауарға алмаштырыуҙы талап итә алаһығыҙ.
Бындай тауар кәрәкмәй икән, аҡсаһын һорағыҙ. Быға ла хоҡуғығыҙ бар.
Бушлай йүнәтергә тейештәр— Мин компьютер һатып алғайным, әммә күп тә үтмәй уның система блогы янды һәм ремонтҡа алып барҙыҡ. Гарантия ваҡыты үтмәгәйне, әммә ремонттан һуң беҙҙән аҡса талап иттеләр. Аҡса түләмәгәс, кире бирмәйбеҙ, тиҙәр. Нимә эшләргә?
Фәйрүзә, Хәйбулла районы.
— “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 18-се статьяһына ярашлы, һеҙ төҙөк булмаған тауарҙы бушлай йүнәттереүҙе талап итергә хоҡуҡлы. Әгәр тауар 5 килограмдан ауырыраҡ икән, һатыусы уны ремонтлаясаҡ ергә үҙе алып китергә тейеш.
“Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 20-се статьяһына ярашлы, һатыусы тауарҙағы етешһеҙлекте өс көн йәки гарантия срогы осоронда бөтөрөргә тейеш. Һәр тотҡарланған көн өсөн тауар хаҡының бер проценты күләмендә неустойка түләнергә тейеш.
Минең һеҙгә кәңәшем: һатыусы исеменә яҙма дәғүә һәм урындағы ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау йәмғиәтенә ялыу менән мөрәжәғәт итегеҙ.