Дөйөм тырышлыҡ кәрәк03.07.2013
Президент Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҫерткес эсемлек ҡулланған кешеләргә медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тикшерелде.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, респ убликала 70 меңгә яҡын кеше алкоголизмдан һәм уға бәйле сирҙәрҙән дауалана. Эскелек криминаль хәлгә лә йоғонто яһай: теркәлгән енәйәттәрҙең 40 процентҡа яҡыны иҫеректәр тарафынан ҡылына. Бындай хоҡуҡ боҙоу осраҡтары былтырғыға ҡарағанда 20 процентҡа артҡан. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бигерәк тә ауылдарҙағы хәл аяныслыға әйләнеп бара.
Баймаҡ, Балаҡатай, Бүздәк, Йылайыр, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Өфө, Федоровка һәм Шаран райондарында йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса иҫеректәр ҡылған енәйәттәрҙең артыуы күҙәтелә, һәм улар бөтә төр хоҡуҡ боҙоуҙарҙың яртыһынан күберәген тәшкил итә. Президент әйтеүенсә, эскелек оло проблемаға әүерелде, һәм уны ниндәйҙер көс ҡулланып йәки мәжбүри саралар менән хәл итеп булмаясаҡ. Бының өсөн йәмәғәтселекте күтәреү мотлаҡ, айыҡ тормошто пропагандалауға киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итергә, сағыу һәм формаль булмаған эш төрҙәрен ҡулланырға кәрәк. Урындарҙағы әүҙемдәр ҙә файҙа килтерә ала. “Айыҡ ауыл” конкурсына, мәҫәлән, 2011 йылдан 300-ҙән артыҡ ауыл ҡушылды, һөҙөмтәлә уларҙа енәйәтселек кәмей, демографик хәл яҡшыра.
Республика башлығы шулай уҡ 2011 йылда медицина айнытҡыстарын ябыуға бәйле проблемаларға ла туҡталды. Айнытҡыстар ябылғас, урамда ҡалған иҫеректәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау мәсьәләһе барлыҡҡа килде. Был хәл бигерәк тә ҡыш киҫкенләшә. Өфөлә ыңғай тәжрибә бар: баш ҡалала асылған социаль-реабилитация үҙәктәре эскеселәргә ваҡытлыса төйәк бирә, белгестәр уларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, гигиена хеҙмәте тәҡдим итә. Үҙәк эшмәкәрлеге криминаль хәл торошон яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, уның бүлексәләре урынлашҡан Калинин һәм Ленин райондарында эскеселәр тарафынан ҡылынған енәйәттәр 16 һәм 5 процентҡа кәмегән. Уртаҡ бәләгә әйләнгән эскелекте бары тик хоҡуҡ һаҡлау, дәүләт, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәтселектең берлектәге тырышлығы менән генә еңергә мөмкин, тип билдәләне республика Президенты.