Әбйәлилдәр һәм саҡ әүҙем03.07.2013
Әбйәлилдә район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары “Айыҡ ауыл-2013” республика конкурсында ҡатнашҡан Тал Ҡусҡары ауылы әүҙемдәре менән осрашты.
Мәсьәләләрҙе тикшереүҙә педагогия хеҙмәте ветераны, “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Гөлнур Мәмлиева, ауыл старостаһы Әсләм Насырйәнов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлниса Ниғмәтуллина, мәҙәниәт йорто директоры Сәүиә Дәүләтбаева ҡатнашты. Тау Ҡусҡары әүҙемдәре билдәләүенсә, акция иғлан ителгәндән алып ауылда бихисап эш башҡарылған. Халыҡ айыҡ тормош алып бара, был йәһәттән оло быуындың йоғонтоһо бик ҙур. Шул уҡ ваҡытта полицияның урындағы участка вәкиле Рөстәм Ялалов әйтеүенсә, айырым ғаиләләр менән эшләргә, уларға иғтибар бирергә кәрәк. Ҡоролтай ағзалары ауыл халҡы һәм участка вәкиле менән ошо ғаиләләргә барып, әңгәмә үткәрҙе.
Былтырғы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы еңеүсе тип танылғайны. Бының өсөн ҡасаба Советына 200 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырылды. Был аҡса мәктәптең спорт залына кәрәк-яраҡ, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡорамалдар, ауыл хакимиәте өсөн техника һатып алыуға тотонолдо. Тимәк, быйыл Тал Ҡусҡары ауылы халҡының ҡырҙастарҙан өлгө алып, еңеүгә өлгәшеү мөмкинлеге бар.