Яңы тәртип ғәмәлгә инде03.07.2013
1 июлдән транспортта йөрөтөү хеҙмәте күрһәтеүселәр пассажирҙары хаҡындағы яңы мәғлүмәт базаһын ойошторорға һәм тулыландыра барырға тейеш.
Яңы тәртип Рәсәй Транспорт министрлығы фарманы менән билдәләнә. Система күберәк эске ташыуҙарға ҡағыла, бигерәк тә бер төбәктән икенсеһенә енәйәтселәрҙең күсеп йөрөүенә юл ҡуймау өсөн. Быға тиклем ҡала-ара автобустарына билеттар паспортһыҙ һатыла ине. Бынан ары кассала кешенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған көнө һәм урыны ғына түгел, шулай уҡ шәхесте раҫлаған документ, юлланыу пункты, сәфәргә сығыу датаһы, юл йөрөү билеты, уны һатып алыу, кире ҡайтарыу, транспортҡа ултырыу, пассажирҙың билдәләнгән урынға барып етеү ваҡыты һәм башҡа мәғлүмәттәр теркәләсәк. Был яңылыҡ бөтә ташыуҙарға ла ҡағыла.
Яңы тәртипте Транспорт өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт көйләйәсәк.