Әрмегә китә егеттәр03.07.2013
Әрмегә китә егеттәрРеспублика Хәрби комиссариатының ҡала һәм райондарҙа урынлашҡан бүлектәрендә ошо көндәрҙә әрмегә яҙғы саҡырыу тамамлана.
— Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларынан, Краснокама районынан 248 егет хәрби бурысын үтәргә китә, — тине Комиссариаттың Нефтекамалағы бүлеге етәксеһе Валерий Анисимов. — Был үткән йылға ҡарағанда дүрт тиҫтәгә күберәк. 8 июлдә һуңғы төркөмдө республика йыйылыу пунктына оҙатабыҙ. Дөйөм алғанда, яҙғы саҡырылыш һәйбәт кимәлдә ойошторолдо. Ҡала хакимиәте был сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәтә. Егеттәрҙе Өфөгә алып барыуҙа ла тотҡарлыҡ юҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре, саҡырыу комиссияһы үҙ бурысын уңышлы үтәй.
Бының шулай булыуын хәрби хеҙмәткә алыныусылар үҙҙәре лә раҫланы: улар менән итәғәтле аралашалар, документ тултырғанда ярҙам итәләр.
Егеттәр әрмегә теләп бара. Мәҫәлән, Вадим Зарипов, нефть колледжын тамамлап, яңы ғына ҡулына диплом алған. Саҡырыу комиссияһы уны Эске эштәр органдарының махсус тәғәйенләнешле часына тәҡдим иткән. “Быға бик шатмын, — ти ул. — Минеңсә, хәрби хеҙмәтте мотлаҡ үтәргә кәрәк. Әрмелә үҙеңде яңы шарттарҙа һынап ҡарарға күп мөмкинлектәр бар”.
Йәштәшенең был һүҙҙәрен хеҙмәткә саҡырылыусы Арсен Хәбибуллин да тулыһынса хуплай. Ул да әрмегә тиклем махсус урта белем алған: машина эшләүселәр колледжында техник процестарҙы автоматлаштырыу һөнәрен үҙләштергән. “Дуҫ-иштәремдең күбеһе хәрби хеҙмәткә ыңғай ҡарай, — тине ул. — Әрмегә бармау тураһында уй башыма ла ингәне булманы. Ил алдындағы бурысты һәр егет үтәргә тейеш. Бер йыл — оҙаҡ ваҡыт түгел, үтә лә китә ул. Хәрби белем алып, яңы дуҫтар табып ҡайтырбыҙ.”
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлексәһе етәксеһе Павел Суханов әйтеүенсә, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа егеттәр әрмегә ныҡлы теләк менән китә. Юғары һәм махсус урта белем алыусылар араһында бындайҙар һиҙелерлек артҡан. Бөгөнгө йәштәрҙә ныҡышмаллыҡ, маҡсатҡа ынтылыу тойғоһо көслө. Хәрби бурысты үтәмәү иһә киләсәктә ҡайһы бер өлкәләрҙә яратҡан эш менән шөғөлләнеүгә һиҙелерлек кәртә булыуын күптәр яҡшы аңлай.

Һүрәттә: әрмегә саҡырылған Вадим Зарипов һәм Арсен Хәбибуллин йәштәштәре менән.
Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад