Быйыл да ярҙам итәйек03.07.2013
Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы уны өсөнсө йыл рәттән ойоштора.
Сараның маҡсаты — инвалид, етем, ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалған, шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләрҙәге балаларға уҡыу йылына әҙерләнеүҙә булышлыҡ итеү. Айырым граждандарҙан, предприятиеларҙан канцелярия тауарҙары, балалар ижады өсөн кәрәк-яраҡ ҡабул ителә. Шулай уҡ портфель, мәктәп формаһы, дәреслек, нәфис әҙәбиәткә лә ихтыяж бар. Был әйберҙәр министрлыҡтың территориаль органдарында иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыласаҡ.
Акцияла теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Һеҙҙе район һәм ҡалаларҙағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә көтәләр. Былтыр балаларға 107 мең, элгәре йыл 65,9 мең мәктәп кәрәк-ярағы тапшырылған. Бынан тыш, аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Сараның тәүге йылында 729,7 мең һум аҡса йыйылған. Акцияға 31 августа йомғаҡ яһаласаҡ. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙенең рәсми сайтында иң әүҙем ҡатнашыусылар хаҡында хәбәр итәсәк.


Вернуться назад