Кеше йәнле һүҙгә мохтаж02.07.2013
Башҡортостандың "Белем" йәмғиәтенә 65 йыл тулды. Республиканың йәмәғәт башланғысындағы иң оло мәғрифәт ойошмаһы бөгөн яңы үҫеш осоро кисерә. Йәмғиәт идараһы рәйесе Сергей Алексеевич Ширинкин "Белем"дең данлы тарихы, бөгөнгөһө, киләсәккә ниәттәре тураһында һөйләне:
— Уйҙа ғына булһа ла, уҙған быуаттың 40-сы йылдары аҙағына юлланырға кәңәш итәм. Бөйөк Ватан һуғышы яңы ғына тамамланған осор. Ул дәүерҙә кешенең бөтә уй-хыялы фронт, еңеү, яҡындарының яҙмышы хаҡында була. Йәмғиәттә белем алыуға оло ихтыяж тыуа.
Рәсәй мәғрифәтселегенең күп быуатлыҡ йолаларына, совет зыялыларының интеллектуаль ҡеүәтенә таянып, СССР Фәндәр академияһы президенты С.И. Вавилов ҙур йәмәғәт ойошмаһын төҙөргә тәҡдим итә. Ул 1947 йылда "Бөтә Союз сәйәси һәм ғилми аң-белем таратыу йәмғиәте" тигән исем аҫтында ойошторола. Тәүге етәксе итеп академик Сергей Иванович Вавилов тәғәйенләнә. Ғалимдар, ижади һәм техник йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡытыусылар дәртләнеп лекция эшенә тотона. Лекторҙар төркөмө бөйөк илебеҙҙең иң төпкөл төбәктәренә барып етә, төрлө аудиторияларҙа ҡыҙыҡлы темаларға сығыш яһай. Мәҫәлән, 1948 йылда "Ихтыяр һәм характер тәрбиәләү", "Кешенең тормош юлында әсә", "Ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүе", "Йәштәрҙең холоҡ мәҙәниәте" һәм, әлбиттә, "Советтар Союзы тыныслыҡ һәм именлек өсөн көрәштә", "Халыҡ демократияһы илдәре" һымағыраҡ лекциялар киң танылыу яулай.
1948 йылдың 28 июнендә Өфөләге Ғалимдар йортонда Бөтә Союз сәйәси һәм ғилми аң-белем таратыу йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһен ойоштороу йыйылышы уҙғарыла. Был бүлексә — илдәге беренсе төбәк ойошмаларының береһе. Уның тәүге етәксеһе итеп медицина фәндәре докторы, Башҡортостан медицина институты профессоры, БАССР Юғары Советы рәйесе Имамғәли Ғәли улы Ҡадиров һайлана. Республикабыҙҙа "Белем" йәмғиәте лекторҙары сығыш яһамаған бер генә предприятие ла, район да, ауыл да юҡтыр, моғайын.
Оло быуын илебеҙҙәге мәғрифәтселектең шул дәүере хаҡында әле лә яҡты иҫтәлек һаҡлай, тәжрибәле лекторҙар намыҫлы хеҙмәтенең бушҡа китмәүе менән ғорурлана. Совет осоронан һуң "Белем" йәмғиәтенә еңелдән булманы. А.К. Матисов етәкселегендәге активтың ныҡышмаллығы, фиҙакәрлеге, тәүәккәллеге һөҙөмтәһендә ойошма һаҡлап ҡалынды. Өҫтәмә һөнәри белемдең төрлө алымдары, мәғрифәтселек эшмәкәрлегендәге төрлө йүнәлештәр ғәмәлгә индерелә башланы. 2000 йылда йәмғиәт Өфөнөң Октябрь районында өлкәндәр өсөн "Оло быуынға — белем" тигән халыҡ университетын асыу башланғысын тәҡдим итте. Бөгөн өлкәндәргә белем биреү һәр ерҙә дәүләт тарафынан хуплана. "Белем" йәмғиәте эшмәкәрлеген туҡтатманы, кешеләргә хеҙмәт итеүен дауам итте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда ойошма тормошонда "ҡара һыҙат" башланды. Дүрт йыл элек республика һәм ҡала етәкселәре мәғрифәт ойошмаһы өсөн бина бүлә алманы. Йәшәү өсөн көрәш 90-сы йылдарға ҡарағанда ла киҫкенләшә төштө. Дәүләт милкенә идара итеүселәр социаль әһәмиәтле ойошманы юҡҡа сығарырға тырышты. Ҡуртым хаҡының, техник һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡиммәтләнеүе һөҙөмтәһендә ойошма упҡын сигенә етте.
Былтыр "Белем" йәмғиәтенең ХХII конференцияһы яңы етәкселек һайланы һәм уға көрсөктән сығыу юлын табыу, йәмғиәт эшен заманса талаптар кимәленә күтәреү бурысын ҡуйҙы. Әле ыңғай үҙгәрештәр бар. Ойошма 65 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған осорҙа үҫеш кисерә. Республиканың ҡала һәм райондарында, фән һәм мәғариф учреждениеларында, шул иҫәптән Башҡортостан Фәндәр академияһы институттарында, Өфөләге төп юғары уҡыу йорттарында урындағы ойошмалар һәм бүлексәләр тергеҙелде. Ғалимдарыбыҙ Рәсәй "Белем" йәмғиәтендәге лекторҙар төркөмөнә инде. Бер үк ваҡытта республика, ҡала һәм район лекторҙар төркөмө төҙөлә. Ойошма активы ҡатнашлығында бер нисә ғилми-мәғрифәт сараһы, инструктив-методик семинарҙар уҙғарылды. Ғалимдарыбыҙ халыҡ менән аралашырға, белем таратырға әҙер.
Бөгөн власть органдары ла, ғалимдар ҙа, йәмәғәтселек тә мәғрифәт һәм тәрбиә эшендә йәмғиәт лекторҙарының әһәмиәтен айырып билдәләй. Рәсәй Президенты В.В. Путин быйыл мартта "Белем" йәмғиәтенең ХV съезындағы тәбрикләү һүҙендә ошо хаҡта туранан-тура белдерҙе. Тап ошо сарала билдәле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Людмила Ивановна Швецова Рәсәйҙәге "Белем" йәмғиәтенең президенты итеп һайланды. Йәмғиәт идараһы республикабыҙҙың Президенты Рөстәм Хәмитов йөҙөндәге етәкселегенә ойошмабыҙҙы үҫтереүҙә ярҙам күрһәткән өсөн ҙур рәхмәтле.
Бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙә "Быларҙың барыһы ла нимәгә кәрәк?" тигән һорау тыуыр. Мәғлүмәтте Интернеттан, телевидение һәм радионан, гәзит-журналдарҙан да алырға мөмкин бит. Ниндәйҙер лекторҙарҙы кем тыңлаһын да, аудиторияға кем килһен, тиерҙәр.
Минең менән килешерҙәрме, юҡмы, шулай ҙа йәмғиәттәге бөгөнгө хәл 40-сы йылдар аҙағындағыға оҡшаш. Белемгә ихтыяж ғәйәт ҙур. Мәғлүмәт бик күп, әлбиттә. Әммә белем күпме һуң? Интернетта, телеканалдарҙа дилетанттар, маҡтансыҡтар, йыш ҡына алдаҡсылар һәм мутлашыусылар өҫтөнлөк итә. Уҡыусыларға һәм студенттарға уҡытыусылар ярҙам күрһәтергә тырышһа, урта һәм оло быуын кешеләренә таяныс юҡ. Күптәрҙең үҙҙәре белгән, хөрмәт иткән, аңлаған белгес ауыҙынан йәнле һүҙ ишеткеһе килә.
Икенсенән, Рәсәйҙә айныҡ аҡыл менән эш итергә һәләтле кешеләрҙе Интернет һәм телевидение аша юҡҡа сығарыуға ынтылыш ныҡлы борсоуға һала. Беҙҙе, илебеҙҙә хәл бөтә яҡлап насар, Рәсәйҙең киләсәге юҡ, тип даими ышандырырға тырышалар. Бының менән килешергә ярамай. Илебеҙҙең күп быуатлыҡ тарихы, гүзәл һәм бай тәбиғәте, иң мөһиме — ғорурланырлыҡ халҡы бар. Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте идараһы "Белем аша Рәсәйгә һөйөү тәрбиәләү" тигән программа тәҡдим итте. Уның идеяһы яҡты һәм дөрөҫ. Тыуған илде яратыу, уның менән ғорурланыу өсөн Ватаныңды, еңеүҙәрҙән һәм еңелеүҙәрҙән торған тарихыңды, элекке һәм хәҙерге батырҙарҙы, тормоштоң фән, техника, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрендәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы, уңышһыҙлыҡтарҙы, хаталарҙы белергә кәрәк. Тыуған ил әсә кеүек, уны һайлап алмайҙар. Ватанды яратырға, уның хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Тыуған илһеҙ кеше бәхетле була алмай. Ошо турала һөйләүҙең кәрәге юҡмы ни?
Туранан-тура аралашыуҙың мөһимлеге хаҡында әйткәндә, мин, әлбиттә, заманса мәғлүмәт технологияларына ҡаршы сыҡмайым. "Белем" йәмғиәте лекторҙары үҙенең эшендә компьютер техникаһын файҙаланырға тейеш.
Халыҡты мәғлүмәтләштереүҙең юғары кимәле хаҡындағы яңғырауыҡлы белдереүҙәр һәр ваҡытта ла ысынбарлыҡҡа тап килеп етмәй. Мәҫәлән, һуңғы арала өлкәндәр өсөн халыҡ университеттарының уңышы тураһында күп һөйләнелә. Был яҡшы, әлбиттә, әммә кескәй генә "етешһеҙлек" бар. Өфөнән, республикалағы башҡа ҙур ҡалаларҙан ситтә йәшәгән пенсионерҙар уҡырға, яңы белем алырға теләмәйме ни? Һәр районда, ауылда, ҡасабала бындай университеттар эшләйме? Әлбиттә, юҡ. Ә күпме сирле, хәрәкәте сикләнгән ватандашыбыҙ компьютер ярҙамында аралашып өйрәнергә теләй. Объектив фекер йөрөтөргә кәрәк, әлегә беҙ юлдың башында ғына.
Башҡортостандың "Белем" йәмғиәте идараһы "Өлкәндәргә — бай рухи тормош" социаль-мәғрифәт проектын эшләне. Дәүләт Думаһында "Өлкәндәргә ярҙам йөҙөнән" Бөтә Рәсәй социаль проекттар конкурсына йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәлә беҙҙең проект "Әүҙем оҙон ғүмер" номинацияһында еңеүсе тип табылды. Проекттың маҡсаты — ололарға, сирлеләргә һүҙ генә түгел, эш менән дә тормошто яҡшыртыуҙа булышлыҡ итеү. Өфөләге һәм тотош республикалағы әүҙем, битараф ҡала алмаған кешеләрҙе ошо эшкә өйрәтергә теләйбеҙ.
Әлбиттә, дәүләт һәм муниципаль власть органдарының матди, административ ярҙамы булмаһа, проектты тормошҡа ашырыу ҡыйынға төшәсәк. Беҙ шулай уҡ предприятие, ойошма, банктарҙың, айырым кешеләрҙең иғтибарына һәм матди ярҙамына өмөт итәбеҙ.
"Белем" йәмғиәте халҡыбыҙҙы төбәк, ҡала, ауыл тарихтары менән ҡыҙыҡһыныуға, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә йәлеп итәсәк. Шулай уҡ сәйәси һәм хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә, фән, мәҙәниәт, спорт ҡаҙаныштары менән таныштырыуға айырым иғтибар бүленә. Күп кенә социаль төркөмдәрҙе, шул иҫәптән мигранттарҙы һәм шартлы рәүештә хөкөм ителгәндәрҙе лә мәғрифәт эшенә ылыҡтырырға ниәтләйбеҙ. Ошоға бәйле ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы, төрлө эшмәкәрлек өлкәһендәге белгестәрҙе проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ.