Булдыҡлы ир-уҙаман23.12.2011
Булдыҡлы ир-уҙаманТаныш булығыҙ: Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов.
Үҙ ғүмеренең байтаҡ өлөшөн хәрби хеҙмәткә бағышлаған егет, бер аҙ һалым полицияһында эшләп алғас, Һамар ҡалаһы баҙарында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Булдыҡлы ир-уҙаман бөгөн “Тимер юл сауҙа компанияһы” директоры урынбаҫары булып эшләй.
Өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, Сафиулла Наил улы фекерҙәштәре менән халҡыбыҙҙың мәҙәни-рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, милли йолаларҙы тергеҙеү һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҙур эштәр менән мәшғүл. Йылдың-йылы һабантуй, ҡарға бутҡаһы һәм башҡа байрамдар үткәреүҙә уға үҙе кеүек үк аҫыл ир-егеттәр — билдәле эшҡыуарҙар Ғәбделбәр Сауғанов, Минғәзим Мәмбәтов һәм Ғәбделхәй Усманов тос ярҙам күрһәтә.
Н. ХӘМЗИН.
Һамар өлкәһе.


Вернуться назад