Ғәйниямал инәйҙең таҡмаҡтары23.12.2011
Алтын алҡа ауыр тарта,
Алты мыҫҡалдан арта.
Туғанымды күрер булһам,
Уң яҡ ҡаштарым тарта.

***
Француз яулыҡ — йоҡа яулыҡ,
Яратҡан яулыҡҡайым.
Яратмаһам, тормаҫ инем,
Яратам, яныҡайым.

***
Аҡ ҡалпағың күтәр, күтәр,
Бик күтәрмә, ел үтәр.
Фани донъя үтеп китәр,
Яҡшылыҡҡа ни етәр?!

***
Һыу буйына һуған сәстем,
Үҫмәне һуғандарым.
Уттан алып һыуға һала
Үҙемдең туғандарым.

***
Утты яғам, утын һалам,
Утым һүнә лә китә.
Уйнап ҡалың, көлөп ҡалың —
Ғүмер үтә лә китә.

***
Һандуғастар һыу тип эсә
Урмандағы (ы)сыҡтарҙы.
Ғүмерем булһа, бер онотмам
Ситтә йөрөгән саҡтарҙы.

***
Ҡашың ҡара булғансы,
Күҙең ҡара булһасы.
Кешегә йәр булғансы,
Үҙемә йәр булһаңсы.

***
Аҡты кейеүселәр күп,
Күкте кейеүселәр юҡ.
Утҡа һалыусылар күп,
Уттан алыусылар юҡ.


Вернуться назад