Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһендә ялланған хеҙмәттән файҙаланыусы 97 меңдән ашыу предприятие (страховкалаусы) теркәлгән. Уларҙың 17 меңендә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы минималь күләмдән түбән, ә 28 процентында хеҙмәткә түләү фонды нулгә тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡайһы бер намыҫһыҙ страховкалаусылар, илебеҙҙең Конституцияһын һанға һуҡмайынса, 37-се статьяла гарантияланған хоҡуҡты боҙа. Эш хаҡы, Федераль законға ярашлы, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән түбән булмаҫҡа тейеш.
Хеҙмәт кодексының айлыҡ эш хаҡының минималь күләмдән түбән була алмауы хаҡындағы 133-сө статьяһына ла күҙ йомоп ҡараусылар бар. Кодекстағы 2-се статья һәр хеҙмәткәрҙең лайыҡлы тормошта йәшәүен тәьмин иткән һәм хеҙмәткә түләүҙең федераль законда ҡаралған минималь күләменән дә кәм булмаған ғәҙел эш хаҡына хоҡуғын гарантиялай. Әле хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме — 5 205 һум (Урал коэффициенты менән — 5 985,75 һум). 15 меңдән ашыу предприятиела тир түгеүселәрҙең ошо саҡлы ғына эш хаҡы алыуына ышанғы килмәй. Күп осраҡта эш биреүселәр, һалым түләүҙән ҡасып, уны “конверт”та биреүҙе хуп күрә. Бындай хәйләле алымды яуаплылыҡтан баш тартыу тип баһаларға кәрәк. Тағы шул борсоуға һала: "һоро" эш хаҡы хеҙмәткәрҙең дәүләт гарантияларынан тулыһынса файҙалана алмауына килтерә. Хеҙмәт килешеүендә күрһәтелгәнсә, ҡулыңа 5 мең һум түгел, ә 25 мең һум алыуыңды иҫбатлау мөмкин түгеллеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ. "Һоро" эш хаҡына ризалашаһығыҙ икән, етәксе менән теге йәки был мәсьәләлә бәхәс тыуа ҡалғанда, эш хаҡының "аҡ" өлөшөн генә күрәсәкһегеҙ. Шулай уҡ отпуск аҡсаһын тулы күләмдә алыуға иҫәп тотоп булмаясаҡ, эштән киткәндә, ауырыған осорҙа хеҙмәт хаҡының "аҡ" өлөшөнән генә сығып түләйәсәктәр. Ҡыҫҡартыуға эләгеү, уҡып йөрөү, бала тыуыу менән бәйле хәлдәрҙә ҡаралған социаль гарантияларҙан тулыһынса тиерлек мәхрүм ҡаласаҡһығыҙ. Һеҙгә виза, банктан кредит биреүҙән баш тартыуҙары ихтимал, ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия билдәләгән осраҡта уның минималь күләменә генә өмөт итә алаһығыҙ.
Тормоштан күренеүенсә, ғәҙел хеҙмәт килешеүе төҙөргә тәҡдим иткән етәксегә өҫтөнлөк биреүселәр күпкә ота. Һанап үтелгән осраҡтарҙа хеҙмәт килешеүендә рәсми рәүештә аҡҡа ҡара менән яҙылған эш хаҡы яҙмышығыҙҙағы ауырлыҡтарҙы еңеләйтеүе мөмкин.
Эш хаҡын аҙ түләгән ойошмалар һалым хеҙмәтенең, Прокуратураның, башҡа тикшереү-күҙәтеү органдарының иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Шуға күрә ошондай еңел юл менән һалым түләүҙән тайпылған эш биреүсе контролгә алына. Эш хаҡы "конвертта" бирелгән осраҡта кеше Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына һәм Прокуратураға мөрәжәғәт итә ала. Намыҫһыҙ етәкселәрҙе, ойошмаға 50 мең һумға тиклем штраф һалып, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Хеҙмәткәрҙең матди яуаплылығы уртаса эш хаҡы менән сикләнә. Тимәк, Хеҙмәт кодексының 241-се статьяһына ярашлы, эш биреүсенең мөлкәтенә килтерелгән зыян өсөн түләү күләме ҡағыҙҙағы эш хаҡынан артыҡ була алмай.
Тикшереү барышында һалым буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған осраҡта, ойошма етәксеһе, баш бухгалтер, шулай уҡ бухгалтерия иҫәбе документтарын әҙерләүсе башҡа хеҙмәткәрҙәр, Енәйәт кодексының 199-сы статьяһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Ҙур күләмдә (500 мең һумға тиклем) штраф һалыныуҙан тыш, улар вазифаларынан йәки эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан ҡолаҡ ҡағыуҙары, алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүҙәре бар.
02.fss.ru сайтында МРОТ-тан түбән эш хаҡы түләгән, шулай уҡ Фондҡа страховка иғәнәләрен даими күсермәгән предприятиеларҙың исемлеге ҡуйылған. Был — уларҙа пособиеларҙың ваҡытында түләнмәүе сәбәптәренең береһе.