Бәхетле мәлем — улым тыуған көн02.07.2013
Ермолаевка ауылындағы "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында буласаҡ әсәләрҙең йыйылышы уҙғарылды. Сараға илебеҙҙең киләсәге өсөн һау-сәләмәт балалар тыуҙырырға теләге булған гүзәл заттар саҡырылғайны.
— Халҡыбыҙҙың "Бала баҡҡан әсәнән дә гүзәлерәк ҡатын юҡ" тигән әйтеме бар, — тип башланы тәбрикләү һүҙен район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов. — Ысынлап та, әсәләргә һоҡланып күпме шағир шиғыр ижад иткән, рәссамдар картиналар яҙған, композиторҙар йырҙар сығарған. Әсәләр — киләсәгебеҙҙең таяныс-терәге.
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова иһә: “Әгәр минән, иң бәхетле мәлең ҡасан, тип һораһалар, һис шикһеҙ, улым тыуған көн, тип яуап бирер инем, — тине. — Сөнки, бер һүҙһеҙ, әсә булыу минең иң бәхетле көнөм. Баланың һаулығына нигеҙ ул тыуғанға ҡәҙәр һалына. Быға ир менән ҡатын берҙәй әҙерләнергә тейеш”, — тине.
ЗАГС бүлеге етәксеһе Светлана Иванова ғибрәт өсөн районыбыҙҙа булған бер хәлде һөйләне. Йәш ғаиләнең балаһына туғыҙ ай ғына, ә улар айырылышҡан. Ирҙең дә, ҡатындың да ситтә һөйәркәләре булған — ғаилә тарҡалыуының сәбәбе шул икән.
— Айырылышыу иң беренсе сиратта баланың күңеленә төҙәлмәҫлек яра һала, шуны аңларға кәрәк, — тине сығыш яһаусы, әсенеп.
Телмәр тотоусылар араһында район үҙәк дауаханаһының юғары категориялы врачы, акушер-гинеколог Зөһрә Уланова ла бар ине. Ул ауырлы ҡатын-ҡыҙға ваҡытында иҫәпкә торорға кәрәклеген әйтте. Шулай уҡ сарала Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Эльвир Мостафин сығыш яһаны, Пенсия фондының урындағы идаралығы начальнигы Владимир Скрынников әсәлек капиталына ҡағылышлы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Йыйылышты йомғаҡлап, Ермолаевка ауылының "Рамаҙан" мәсете имам-хатибы Азат Хәлилов һүҙ алды. Ул әсәләрҙе балаларына мәғәнәле, матур исемдәр ҡушырға саҡырҙы.

Көйөргәҙе районы.

Районда йәшәүсе 76 ҡатын-ҡыҙ "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.
Бөгөн республикала 170 мең ғаилә 20-нән ашыу төрлө социаль ярҙам ала. Районыбыҙҙа ай һайын ундай ярҙам күп балалы 300-ҙән ашыу ғаиләгә күрһәтелә. Өлгөлө ғаиләләр байтаҡ. Мәҫәлән, Кинйәбай ауылынан Абдуллиндар ғаиләһе. Уларға Ермолаевка ауылында торлаҡ алыу өсөн 2,4 миллион һумға сертификат бирелгән. Был татыу ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнә, береһе уллыҡҡа алынған. Афарин, шундай өлгөлө ғаиләләр күберәк булһын ине. Районда имен булмаған 64 ғаиләлә 134 бала бар. Ауыр хәлдә ҡалған 53 ғаиләлә — 139 бала, социаль приютта ун үҫмер тәрбиәләнә.


Вернуться назад