Диңгеҙең ары торһон!02.07.2013
Йәйҙең иң матур осоро етте: урман-ҡырҙарҙа еләк-емеш бешә, ҡояшта ҡыҙынырға, рәхәтләнеп һыу инергә була. Шуға ла күптәр ошо мәлдә ял итеүҙе хуп күрә. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларға “Ялды нисек үткәрәһегеҙ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Лилиә СӘҒӘҘИЕВА, Бишбүләк районы:
— Умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡыҙыу эш мәле етте. Шулай ҙа, ваҡыт табып, Димдә һыу инәбеҙ, ауыл эргәһендәге көкөрт-водород сығанағында дауаланабыҙ. Йәйебеҙ матур үтә!
Эльвира МОРАТОВА, Туймазы районы:
— Беҙ бала саҡта һыу инергә ике-өс аҙна ғына ваҡыт тейә торғайны. Йәйҙең хәҙерге һымаҡ оҙаҡ эҫе торғанын хәтерләмәйем. Атай-әсәйем мине Ҡандракүл буйына лагерға ебәрә ине, хәҙер иһә өс баламды машинаға ултыртып, үҙем көн дә тиерлек барам унда. Һыуы таҙа, йылы. Күлдең төбө лә балалар менән һыу төшөү өсөн уңайлы. Диңгеҙҙәрең ары торһон!
Илдар ҒӘЛИЕВ, Өфө ҡалаһы:
— Быйыл йәй ял итеп булмаясаҡ — отпускам көҙгә генә. Сит илгә сығып килербеҙ, моғайын. Ә йәйҙе үҙебеҙҙә лә күңелле һәм файҙалы үткәрергә мөмкин. Ял көндәрендә ғаиләбеҙ менән республиканы иңләйбеҙ. Машинамдың багажнигында палатка, ҡаҙан, сәйнүк бар. Матур урындарҙың барыһын да күреп сығырға ине йәш саҡта. Июндә Шүлгән мәмерйәһендә, Асылыкүлдә, Нарыҫтауҙа, Нөгөш һыу һаҡлағысында булдыҡ. Беҙҙә ял итеү өсөн шарттар әллә ни шәп, заманса булмаһа ла, осһоҙ килеп сыға. Йыбанмай юлға сығырға ғына кәрәк.
Илһам ӘХМӘТОВ, Ағиҙел ҡалаһы:
— Минеңсә, иң шәп ял — балыҡ тотоу. Бының өсөн әллә ни ҙур сығым кәрәкмәй, бары ҡармаҡ һәм оҫталыҡ талап ителә. Машинаға ултырам да балыҡҡа сығып китәм. Ни тиклем ҙурыраҡты тотһаң, кәйеф тә шул тиклем яҡшыра.
Зөһрә ЮЛДАШЕВА, Салауат районы:
— Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Өс балам бар. Диңгеҙ тураһында хыялланырға ғына ҡала. Йүрүҙән йылғаһы буйында йәшәйбеҙ, йәй буйы балалар шунан ҡайтмай. Эш тип, ирем менән йылға буйына бик төшмәйбеҙ ҙә. Булғанынан рәхәт күреп йәшәргә өйрәнергә кәрәк тә бит…