Ижади хыялдар тормошҡа ашты02.07.2013
Волга буйы федераль округындағы “iВолга-2013” форумы тамамланды. Ун көнлөк сараны һәр кем үҙенсә хәтерендә ҡалдырыр, ә бына һәләтте асыу өсөн бирелгән мөмкинлек егет һәм ҡыҙҙарға киләсәк тормошта мотлаҡ ярҙам итәсәк.
Башҡортостан йәштәре ихласлығы, ярҙамсыллығы яғынан генә түгел, әлбиттә, ҡыҙыҡлы идеялары менән дә барыһын әсир итте. Мәҫәлән, Дмитрий Саханьков үҙенең үҙенсәлекле камины менән таныштырҙы. Өйгә йәм биргән был атрибутты ул заманса фатирҙағы өҫтәлдә урынлаштырған. Яңы камин экологик яҡтан хәүефһеҙ.
— Белем тирмәһендә Башҡортостан эксперттары ҡыҙыҡһыныусыларға консультация бирҙе, белгестәребеҙ йәштәргә проекттарын камиллаштырырға ярҙам итте, — ти Башҡортостан делегацияһы етәкселәренең береһе Александр Никерин. — Сараның тәүге көндәренән үк республикабыҙҙан дүрт ҡатнашыусыға эксперт исеме бирелде. Шуларҙың береһе Илдар Вәлиев — смарт-йәмғиәттең яландағы моделен хәтерләткән смарт-майҙансыҡ етәксеһе. Ә бына Артем Айытов ижади башланғыстарҙың бизнес-инкубаторын көйләй. Уның ярҙамында егеттәр һәм ҡыҙҙар фестиваль барышында тотош музыкаль альбом сығарҙы. “iВолга”ның һәм делегациябыҙҙың гимнын да ул яҙған.
Күргәҙмәләр павильонында ла Башҡортостан проекттары бар. Улар үҙҙәренең яңылығы, көнүҙәклеге, инновациялы ҡарашы менән ылыҡтыра. Бында төрлө яғыулыҡ менән эшләгән двигателде күрергә мөмкин. Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич исеменән төрлө дәрәжәләге гранттар менән бүләкләнде. Форумдың бағыусыһы булған “Прогресс” конструкторлыҡ бюроһы Байконур космодромына 16 путевка бүлде. Һамар өлкәһе губернаторы Николай Меркушин I, II һәм III дәрәжә дипломға эйә булғандарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.