Етеш тормош – хеҙмәттән23.12.2011
Ырымбур өлкәһендә емертеп эшләгән, матур итеп донъя көткән ғаиләләр бихисап. Шундай уңғандарҙың береһе — Кәнсер ауылында йәшәүсе Ишҡоловтар.
Ғаилә башлығы Тәлғәт Ҡәнәфи улы — Александровка район Советы депутаты ғына түгел, танылған фермер ҙа. Ул, 1997 йылда “Вилдан” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороп, игенселек һәм малсылыҡ менән бик уңышлы шөғөлләнеп алып китте. Комбайн, трактор, машиналары һәм башҡа техникаһы етерлек. Өс мең гектарға яҡын ер эшкәртә. 200 баш һыйырға иҫәпләнгән фермаһы бар. Бынан тыш, тирмәне, икмәк бешереү цехы ла гөрләп эшләп тора. Ҡамыр ризыҡтары менән яҡын-тирә ауылдарҙы ғына түгел, күрше райондарҙы ла тәьмин итә ул. Хәҙерге көндә тырыш фермер бәләкәй һөт эшкәртеү заводы ҡороп ултыртыу уйы менән яна, һыу һиптереү ҡорамалы һатып алып, картуф, сөгөлдөр үҫтерергә лә ниәтләй.
Тәлғәт Ишҡоловтың хужалығында 60-лап кеше эшле булған. Халыҡ менән ваҡытында иҫәпләшкәнлектән, һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Ауыл халҡы ер пайҙарын килешеү нигеҙендә ошо фермерға ҡуртымға тапшырған. Ер һалымын түләүҙән тыш, Тәлғәт Ҡәнәфи улы һәр кемгә 3 мең һум күләмендә продукция (иген, он, көрпә) бирә.
Хортица ауылында йәшәүсе фермер, район Советы депутаты Юлис Әхмәҙуллин тураһында ла яҙып үтмәү мөмкин түгел. Ул ауыл хужалығында 2005 йылда ғына шөғөлләнә башланы, шулай ҙа ҙур уңыштарға өлгәшеп өлгөрҙө. Бөгөн уның хужалығы алты мең гектар майҙанда иген, көнбағыш, ҡарабойҙай үҫтерә.
Уңған фермерҙар милләттәштәребеҙгә ауыл ерендә етеш йәшәүҙең бына тигән үрнәген күрһәтә, тип уйлайым. Арабыҙҙа шундайҙар ишәйһен ине!
Миңнулла ҒӘБИТОВ.
Ырымбур өлкәһе.


Вернуться назад