Йәш “йондоҙҙар” һәләтен асыҡлай02.07.2013
Чебоксар ҡалаһында, Волга буйы федераль округындағы балалар йорттарына һәм ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалғандарҙың социаль яраҡлашыуына булышлыҡ итеүгә арналған “Бала саҡты кире ҡайтарайыҡ” проектына ярашлы, “Бала саҡ йондоҙҙары” конкурсының финал концерты булды.
Сарала федераль округтағы 14 төбәктән 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Улар үҙҙәрендә “Вокал”, “Бейеү”, “Нәфис һүҙ”, “Үҙенсәлекле жанр” кеүек номинацияларҙа һайлап алыу этабын үткән. Башҡортостандан концертта Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика балалар йортонан “Шатлыҡ” бейеү коллективы, А. Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йортонан йәш ҡурайсылар ансамбле, Стәрлетамаҡ балалар йортонан Александра Туҡаева һәм Петровский балалар йортонан Эльвира Мөхәмәтшина ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла конкурстың округ этабындағы лауреат дипломы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.