Йәй хаҡындағы әйтемдәр29.06.2013
* Йәйҙең өйө киң.
* Йәйҙең йәме — эш, көҙҙөкө емеш менән.
* Йәйгә сыҡһаң — ҡышты, ҡышҡа инһәң, йәйҙе уйла.
* Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына торошло.
* Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө.
* Йәй елбәгәй йөрөргә елән яҡшы.
* Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.