Ҡурай моңон ихлас тыңланылар29.06.2013
Оҙон уҡыу йылынан талсыҡҡан балаларҙың күбеһе каникул башланыу менән олатай-өләсәйе янына ауылға ашҡынһа, ҡайһы берҙәре йәйге лагерҙа ял итеүҙе хуп күрә. Нимә бар унда, тигәндәр яңылыша. Хозур тәбиғәт, саф һауа тәнгә лә, йәнгә лә сихәт бирә, өҫтәүенә, яңы дуҫтар табаһың. Һәләк күңелле!
Мин быйыл Ишембай районындағы “Осҡон” лагерында ял иттем. Дуҫтарым Илдар, Алмас менән ваҡытты бик күңелле уҙғарҙыҡ. Ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, концерттарҙа сығыш яһаныҡ. Мин “Иң шәп үҫмер” конкурсында ҡурай, ҡумыҙ уйнап, бейеп, икенсе урынды яуланым. 22 июнгә — Ҡайғы һәм хәтер көнөнә — арнап ойошторолған сарала ла сығыш яһаным. Лагерҙағы башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт балалары ла ҡурай, ҡумыҙ моңон ихлас тыңланы. Беҙгә күңелле, файҙалы ял бүләк иткән “Осҡон”доң барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!

Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад