Бәйгеһеҙ һабантуйҙың йәме юҡ. Хатта ҡайһы берәүҙәр байрамға нәҡ көрәште һәм ат сабышын ҡарарға ғына килә. Башҡорт ир-атының һыҙаттарын — таһыллыҡты, етеҙлекте, ихтыяр көсөн — сағылдырған төп ярыштар элек-электән ҙур майҙан йыйған. Байрамдың иң тос бүләктәре нәҡ бил бирмәҫ көрәшселәргә, сәмле бәйгеселәргә эләккән.
— Хәҙерге һабантуйҙарҙың ошондай "ирҙәрсә һыҙаты" юғала бара, — ти Әтек ауылынан Рәхим Баймөхәмәтов. — Уларҙа йыр-бейеү, уйын-көлкө, сауҙа өҫтөнлөк итә бара. Ат ярышына килгәндә, ул ҡыҫҡаҡ арала үткәрелә, һөҙөмтәлә исем өсөн генә ойошторолған кеүек килеп сыға. Быны мин һабан батырҙарына ихтирам да шундай кимәлгә төшкән һымаҡ ҡабул итәм.
Тынғыһыҙ, ғәрсел Рәхим Абдрахман улы оҙаҡ уйлап тормаған, бәйгене үҙе үткәреп ҡарарға булған. Бөрйәндә иң ҙур һаналған Арғыҙма яланына яҡташтар ғына түгел, күрше райондарҙан да дәррәү йыйылғандар.
"Сараны 22 июндә үткәреүебеҙҙең дә үҙенсәлеге бар, — ти ойоштороусы. — Бөйөк Ватан һуғышына аттарҙа киткән ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙың рухына ла арналды ул".
Бәйге һигеҙәр саҡрымлыҡ ике урауҙа уҙғарыла. Тәүгеһендә "Аврора" ҡушаматлы атта Учалы егете Динар Фазлетдинов беренсе килеп, Рәхим Абдрахман улының төп призына — арғымаҡҡа — эйә була. Унан саҡ ҡына ҡалышҡан Роберт Баймөхәмәтов (Бөрйән районының Әтек ауылынан) 10 мең һум аҡса алһа, өсөнсө килгән Сибай егете Рим Гәрәев эйәр менән бүләкләнә. Сираттағы урауҙа беренсе килгән Иҙел Бикбулатовты ла (Сибай ҡалаһынан) хужаның арғымағы көтә. Икенсе урынды алған Фаяз Ҡолбирҙин (Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылынан) — 10 мең һум, өсөнсө баҫҡысты яулаған Ғәҙел Шәрипов (Бөрйән районының Яуымбай ауылынан) биш мең һум премияға лайыҡ була.
— Бәйгене ойоштороуҙа, үткәреүҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дамир Яхин, ветеринария станцияһы етәксеһе Зәбир Аратов һәм башҡа етәкселәр, туғандарыбыҙ, балаларым ныҡ ярҙам итте, — тип һөйөнә Рәхим Абдрахман улы. — Саранан әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек кисерҙем. Ысын башҡорт бәйгеһе булды!
Зәбир АРАТОВ, райондың ветеринария станцияһы етәксеһе:— Рәхим Абдрахман улы шәп байрам уҙғарҙы. Унда үҙебеҙҙән генә түгел, башҡа райондарҙан да күпләп килеүҙәрен халыҡтың ысын бәйгене һағыныуы тип ҡабул иттем. Башланғыс бар, уны дауам итерҙәй ир-ат күп беҙҙең Бөрйәндә!
Бөрйән районы.