Ризаһыҙҙар барыбер табылыр (хикмәттәр)29.06.2013
Ризаһыҙҙар барыбер табылыр

Урам буйлап ике кеше килә икән: атаһы ишәккә атланған, улы хайуандың йүгәненән тотҡан.
— Бахыр бала... — тип көрһөнгән үтеп барыусы. — Ишәк менән йәнәш атларға саҡ өлгөрә. Нисек һин, улыңдың хәлдән тайғанын күрә тороп, рәхәтләнеп ултырып киләһең?
Атай кеше был һүҙҙәрҙе бик ауыр ҡабул иткән. Ишәктән төшкән дә улына ултырырға ҡушҡан. Оҙаҡ та бармай, йәнә тауыш ишетелгән:
— Нисек оят түгел? Улы солтан һымаҡ ултырып алған, бахыр атаһы янынан йүгерә... Малай, ныҡ уңайһыҙланып, атаһының эргәһенә ултырыуын һораған.
— Кешеләр, ҡарағыҙ әле! — тип ҡысҡырған бер ҡатын, быны күреп. — Хайуанды шулай ыҙалатырға нисек намыҫтары етә? Бахыр ишәктең арҡаһы бөгөлөп төшкән, ә был эшһеҙҙәр унда рәхәтләнеп йәйелеп ултыра!
Оятҡа ҡалған атай менән ул йәйәү атлай башлаған. Оҙаҡ та бармай, ҡаршыларына бер ир килеп сығып, мыҫҡыл итергә тотонған:
— Бер ниндәй файҙаһыҙ булғас, был ишәкте ниңә тотаһығыҙ? Атай кеше, көрһөнөп, туҡтап ҡалған.
— Нимә генә ҡылһаҡ та, бының менән риза булмаған кеше табыласаҡ, — тигән ул улына. — Минеңсә, нисек эшләргә икәнлеген тик үҙебеҙ хәл итергә тейеш.

Кем аҡыллы бит әле...


Баҙарҙа иғлан элеүле тора: "Бер ҡарбуз — 3, өсәүһе — 10 һум".
Бер ир өсәр һумға берешәр ҡарбуз һатып ала ла:
— Күрҙеңме: өсәү өсөн ун түгел, ә туғыҙ һум ғына түләнем! Сауҙа итә белмәйһең! — тип маһайып хушлаша.
Ҡарт сауҙагәр уның артынан мут йылмайып ҡала:
— Һәр ваҡыттағыса, аҡыллыраҡ булыуҙарын күрһәтергә теләп, бер ҡарбуз урынына өсәүҙе алалар ҙа мине алыш-биреш итергә өйрәтәләр...

Талантҡа кем кәрәк?


Талант менән һәр кем дуҫлашырға теләй икән.
— Әйҙә, бергә йәшәйек, — тип тәҡдим иткән уға Аҡыл. — Миңә өҫтөнлөгөмдө талантлы файҙаланырға өйрәтерһең.
— Юҡ, Талант миңә кәрәгерәк. Янымда уны күреп, кеше көлмәй башлар, — ти икән Йүләрлек.
Байлыҡтың үҙ мәнфәғәте:
— Талант, әйҙә, миңә! Һинең булышлыҡ менән тағы ла нығыраҡ хәлләнермен.
— Аҡса миңә кәрәк ул! — тип ҡаршы төшкән Фәҡирлек. — Талант, ярҙам ит!
Әммә Талантҡа икенсерәк, үҙенә сағыуыраҡ янырға булышлыҡ итерҙәй дуҫ кәрәк икән.
— Эҙлә, эҙлә, — тип хуплаған уны Ныҡышмалылыҡ. — Әгәр нимәгәлер өлгәшергә теләйһең икән, маҡсатҡа табан арымай-талмай атларға кәрәк.
— Миңә һинең кеүек дуҫ кәрәк! — тип шатлығынан ҡысҡырып ебәргән Талант. — Ныҡышмалылыҡ булмаһа, бер талант та емеш бирмәҫ.


Вернуться назад