Башҡорт ауылы Ҡуйһары Арғаяш менән Сыбаркүл райондары тоташҡан ерҙә, Ҡараһыу йылғаһы буйында урынлашҡан. Халыҡ ижадын үҫтереүсе Венера Шәймөхәмәтова, эшҡыуарҙар Фәрит Яҡупов, Нуриман Шәрәфетдинов, Фәнил һәм Фәнғел Зариповтар, умартасы Фәйзи Садиҡов изге төйәктең бәҫен һаҡлай. Улар араһында оло хөрмәт ҡаҙанған йөҙйәшәр инәй Ғәйниямал Шәрәфетдинова ла бар.
Хәтере ифрат шәп уның. Әйле башҡорто булыуы, толоп аймағына ҡарауы тураһында әҫәрләнеп һөйләй. Ҡулында — изге Ҡөрьән, күңелендә — аяттар.
Ғәйниямал инәй менән Фазлетдин бабайҙың ғаиләһе ишле була. Ғүмер баҡый колхозда, унан совхозда хеҙмәт итәләр. Уларҙың тынғыһыҙлығы, эшһөйәрлеге балаларына ла күсә: барыһы ла етеш тормошта йәшәй. Мәҫәлән, оло улдары Нуриман ағай байтаҡ йылдар “Ҡолой” совхозында идарасы булып эшләй, әле — районда танылған эшҡыуар. Ялан тултырып иген сәсә, картуф ултырта, көтөү-көтөү мал аҫрай, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә. “Ҡуйһары ауылының солтаны” тип атарға ла мөмкин Нуриман Фазлетдин улын.
Арғаяш — милләтебеҙҙең рухи хазиналары һаҡланған бәрәкәтле төбәк. “Арғужа”, “Ишбирҙе”, “Сәләй”, “Мейәс буйы”, “Киҙәгәс күл”, “Ҡомгүл”, “Ҡушай” кеүек халыҡ йырҙары Ҡараһыу буйҙарында ижад ителгән. Ғәйниямал инәй шул йырҙарҙы бала сағынан күңеленә һеңдереп үҫкән, гүйә бормалы ғүмер юлын йырлай-йырлай үткән. Уны ауылдаштары тап шундай тип белә. Йәш ғалимә Нәфисә Сиражетдинова Ғәйниямал Мәүлетдин ҡыҙынан халыҡ ижады өлгөләрен яҙып та алған. “Инәй миңә “Мейәс буйы”, “Арғужа”, “Азаматов Кантон”, “Көмөш тә генә эйәр” кеүек йырҙарҙы көйләп тә ишеттерҙе. Дарыу үләндәре тураһында ла яҡшы белә”, — ти ул. Ғалимә был хаҡта Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы тураһындағы ғилми китабында ла телгә ала.
Ғәйниямал инәйҙең оҙаҡ йәшәү сере — халыҡ йырҙарында тирбәлеп, ата-бабалар аманатын онотмай, тәбиғәт менән аралашып йәшәүендәлер, тигән һығымтаға килдем. Ағинәйҙең күңеле ҡалын урман кеүек ҡатлы-ҡатлы икәнен дә белдем. Шулай ҙа “Фани донъя үтер ҙә китер, яҡшылыҡҡа ни етер?” тигән хәҡиҡәтте тағы бер аңғартты кеүек ул.
Халҡыбыҙ борон-борондан йөҙйәшәр заттарҙы ҡәҙер иткән. Туҡһаны тулһа, ололоҡлап, утыҙ йылына бер йыл өҫтәр булғандар. Тимәк, Ғәйниямал Мәүлитдин ҡыҙын “Арғаяштың 103 йәшлек ағинәһе” тип атай алабыҙ. Ул бер быуатлыҡ ғүмерендә әллә күпме таҡмаҡ туҡыған. Ижадында изге күңел донъяһы, тормош фәлсәфәһе сағылыш тапҡандай.
Ҡамса МОРТАЗИН.
Силәбе ҡалаһы.