Ялғандың бото ҡыҫҡа29.06.2013
Полиция Өфөләге торлаҡ йорт һәм ҡунаҡхана төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың 50 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлауға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Тәфтиш органдарының мәғлүмәтенә ҡарағанда, “ИнвестКомпани” һәм “Диал” йәмғиәте компаниялары етәкселеге Сун-Ят-Сен урамында торлаҡ йорт һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамында ҡунаҡхана (уны киләсәктә торлаҡ йорт итеп үҙгәртергә вәғәҙә бирәләр) һалыу өсөн халыҡтың аҡсаһын йәлеп иткән. Объектты тапшырыу ваҡыты күптән үткән, шул уҡ ваҡытта төҙөүсе әле булһа рөхсәт документтарын рәсмиләштермәгән. Әле тәфтишселәр зыян күреүселәрҙе, юғалтылған аҡса күләмен асыҡлай. Бөгөн 60 кеше 50 миллион һумлыҡ зыян күргән. Урлашыуға бәйле Рәсәйҙең Енәйәт кодексына ярашлы эш ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ һаҡлау органдарын күптән инде төҙөлөш өлкәһендә мутлыҡ ҡылыусыларға ҡарата ҡәтғи көрәш алып барырға саҡыра. Күреүебеҙсә, был эш башланды.


Вернуться назад