Газ менән ағыуланғандар29.06.2013
Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Өфө һыу каналы” муниципаль предприятиеһының ете хеҙмәткәре газ менән ағыуланған, ике кеше дауаханаға оҙатылған.
Инспекция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, технологик ҡорамалдарҙы йүнәтеү буйынса ике слесарь сүп-сар тотоу рәшәткәһен таҙартыу өсөн канализацияға төшкән. Кинәт кенә уларҙың хәле насарайған. Береһе йығылған, икенсеһе, канализациянан сығып, ярҙамға саҡырған. Аҫҡа төшкән участка начальнигының, башҡа смена хеҙмәткәрҙәренең дә сәләмәтлегенә зыян килгән.
“Канализация-насос станцияһының ете эшсеһе стационарға оҙатылды. 46 йәшлек слесарь-ремонтсы һәм 63 йәшлек участка начальнигы реанимация бүлегендә. Биш хеҙмәткәр тикшереү үтә, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек”, — тиелә инспекцияның белдереүендә. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт аналитик контроль идаралығы белгестәре урынға барып һауаны анализға алған. Матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, тәүге һығымта — хуш еҫле углеводтарҙы һауаға күпләп сығарыу. Әйткәндәй, бындай эште башҡарғанда противогаз кейеү ҡаралмаған, предприятие етәкселеге эшселәрен елләтеү ҡорамалдары менән тәьмин итергә тейеш. Фажиғә сәбәптәрен “Роспотребнадзор”ҙың территориаль идаралығы, республикалағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы һәм башҡа компетентлы органдар белгестәренән торған комиссия тикшерә. Тиҫтә йылдар буйы капиталь ремонт үткәрелмәгән коммуникациялар тулыһынса иҫкергән. Әле “Өфө һыу каналы” — бөлгөнлөк сигендә. Тиҫтә йылдар буйы капиталь ремонт үткәрелмәгән коммуникациялар тулыһынса иҫкергән. Әле “Өфө һыу каналы” — бөлгөнлөк сигендә.


Вернуться назад