Автобус карьерға осҡан29.06.2013
Белорет районында юл фажиғәһе булды, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәте. “Инйәр-Асы” юлынан килгән автобус “Александр” карьерына осҡан.
Һөҙөмтәлә 51 йәшлек пассажир ҡатын һәләк булған, 15 кеше имгәнгән, шуларҙың икәүһе — балалар. Зыян күреүселәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгән, улар Белорет үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатылған. Әле 13 кешенең хәле — уртаса, ике кеше — ауыр хәлдә. Психологик ярҙам күрһәтеү өсөн урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре эшләй. Белоретҡа зыян күргән туғандары янына килеүселәр өсөн дөйөм ятаҡ һәм лицей-интернаттан урын бүленгән. Министрлыҡтың Башҡортостандағы баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Телефон номеры: 8 (347) 233-99-99.