Дандарына саң ҡунмаҫ23.12.2011
Дандарына саң ҡунмаҫБашҡорттарҙың француздарға ҡаршы тәүге һуғышы Пруссия ерендә 1806 – 1807 йылдарҙа була. Бында ун мең кешенән торған башҡорт полктары ҡатнаша. Француздар, беҙҙең халыҡтың батырлығын һәм уҡтан мәргән атыуын күреп, уларҙы “төньяҡ амурҙары”
тип атай.
1811 йылдың апрелендә Ырымбур губернаторы Волконский ике даими ғәскәр һәм кантон берәмектәрендә ярҙамсы полктар төҙөү тураһында ҡарар сығара. Баймаҡ төбәгендә лә, йәғни 6-сы башҡорт кантоны биләмәһендә, был йәһәттән әүҙем эш башлана. Ғәскәрҙәргә хәҙерге Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан ирҙәр туплана. Резерв команда Сибай ауылынан (кантон үҙәге) ун саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарағайлы үҙәк тигән ерҙә урынлаша.
Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡойған урынындағы аҡланда, өс полкты тәшкил иткән 1500-гә яҡын яугир йыйылып, хәрби күнекмәләр үтә. Улар ошонда уҡ ҡыуыш ҡороп йәшәй. Әҙерлек эшен кантон етәксеһе подпоручик Аҡҡол Биктимеров, йорт старшинаһы есаул Ибраһим Айсыуаҡов, дистанция начальниктары Буранбай Ҡотосов, Юлбарыҫ Бикбулатов һәм башҡалар үҙ иңенә ала, һуңғыһы полк командиры ла була.
1812 йылдың 12 (24) июнендә Наполеон аңғармаҫтан Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлай. Көстәр тигеҙ булмай. Француз армияһы 640 мең кешенән торһа, Рәсәй ғәскәрҙәрендә ни бары 240 мең яугир була. Ошондай шарттарҙа, белеүебеҙсә, рәсәйҙәргә сигенеүҙән башҡа әмәл ҡалмай. Армия башлығы итеп Кутузов тәғәйенләнгәс, Бородино яланында көсөргәнешле һуғыш үтә, унда еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмай. Әммә ошо яуҙан һуң француздар, Мәскәүҙе ҡалдырып, Тарутиноға табан сигенә. Кутузовтың планына ярашлы, илбаҫарҙарҙың тылында партизан һуғышы башлана. Ошо осорҙағы төрлө хәрби операцияларҙа, шул иҫәптән партизандар һуғышында ла 1-се һәм 2-се башҡорт, типтәр полктары ҡатнаша. Башҡорттар Мәскәү Кремлен янғындан һаҡлап ҡалыуға ла үҙ өлөшөн индерә.
Илгә ҡурҡыныс янағанда тотош Рәсәй халҡы менән бергә башҡорт халҡы ла көрәшкә күтәрелә. Тиҙ арала халыҡ көсө менән Ырымбур губернаһында 28 башҡорт, 2 типтәр, 2 мишәр, 4 Ырымбур, 6 Урал полктары төҙөлөп, фронтҡа оҙатыла. Бынан тыш, 12 мең башҡорт Ырымбур янында хеҙмәт итә. Полктарҙы халыҡ үҙ иҫәбенә тота. Шулай уҡ башҡорттар урыҫ армияһына 4139 ат, 400 мең һум аҡса йыйып бирә.
6-сы башҡорт кантонынан 3-сө, 14-се, 15-се башҡорт полктары төҙөлә һәм һуғышҡа оҙатыла. Элеккесә, полктарҙың йыйылыу урыны Ҡарағайлы аҡланында була, ә халыҡ менән хушлашыу Сибай ауылында үтә. Ошо урында ҡурайсылар сығыш яһаған, Буранбай сәсән йыр ҙа сығарған:
Ала ғына ҡанат, аҡ яу(ы)рын
Ирәндеккәй тауҙың бөркөтө.
Уҡ-һаҙағын алып, яуҙар саба
Бөрйәндәрҙең батыр егете.
1812 йылдың 25 июлендә 6-сы башҡорт кантоны үҙәге булған Сибай ауылында иң тәүгеләр иҫәбендә ашығыс рәүештә 3-сө йыйылма башҡорт полкы төҙөлә. Командиры — подполковник Тихановский, ярҙамсыһы Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан зауряд-хорунжий Фәйзулла Аҡтаев була. Полк Мәскәү, Петербург юлдарын һаҡлауҙа, Полоцк ҡалаһын алыуҙа, Березино һуғышында ҡатнаша. Хәрби берләшмә командиры Фәйзулла Аҡтаев ике көмөш миҙалға лайыҡ була, һуғыштан һуң 6-сы кантонда дистанция начальнигы, кантон башлығы ярҙамсыһы вазифаларында эшләй. 1834 йылда ул нигеҙ һалған ауыл әле лә Фәйзулла исемен йөрөтә.
14-се башҡорт полкы Әбйәлил, Белорет, Учалы яугирҙәренән торған. Командиры — майор Селезнев, ярҙамсыһы зауряд-сотник Абдулла Сурағолов булған. Ул сығышы менән хәҙерге Учалы районының Әбләзен ауылынан. Полк, 8 октябрҙә төҙөлөп, декабрь башына Түбәнге Новгородҡа килеп етә, генерал Толстой етәкселегендәге III Волга округы ополчениеһына ҡушылып, Украина юлын дошмандан һаҡлай. Лейпцигтағы Халыҡтар һуғышында һәм Дрезден өсөн барған яуҙа ҡатнашалар. Рейн йылғаһы буйында урынлашҡан Кельн ҡалаһын алыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 14-се полктан алты кеше III дәрәжә “Изге Анна” ордены менән бүләкләнә. Полк командиры Абдулла Сурағолов был наградаға ике тапҡыр лайыҡ була.
15-се башҡорт полкы Баймаҡ һәм Бөрйән яугирҙәренән туплана. Командиры — капитан Кондратьев, ярҙамсыһы Юлбарыҫ Бикбулатов була. Был полк та III Волга округы ополчениеһы составында Украина юлын һаҡлауҙа ҡатнаша, генерал Титов корпусы сафында сит ил походтарында була. Айырыуса Дрезден һәм Гамбург ҡалалары өсөн һуғыштарҙа ҙур батырлыҡ күрһәтәләр. Полк командиры Кондратьев III дәрәжә “Изге Анна” ордены менән бүләкләнә, сотник Вәлит Ыласынов ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Тағы ла 172 яугиргә “Берлинды алған өсөн”, “1812 йылғы һуғыш иҫтәлеге” миҙалдары тапшырыла.
1814 йылдың 19 мартында туғыҙ башҡорт полкы, шул иҫәптән 14-се һәм 15-се полктар, урыҫ армияһы менән берлектә Парижды алыуҙа ҡатнаша. Францияның баш ҡалаһы урамдарында ҡурай моңо яңғырай. Һуғыш тамамланғас, 1814 йылдың майында башҡорт ғәскәрҙәре Гамбург һәм Варшава ҡалалары аша ҡайтырға сыға, декабрҙә Ырымбурға килеп етә.
1814 йылда немецтарҙың Зур фамилиялы өс бер туған рәссамы 15-се полк яугирҙәренә арнап “Башҡорттар Гамбургта” исемле картина эшләгән. Бына шулай башҡорт һуғышсылары донъя кимәлендәге тарихи мираҫта сағылыш тапҡан. Ә инде бөйөк немец яҙыусыһы Гётеның башҡорт яугирҙәре ҡалдырған бүләкте ҙур ғорурлыҡ менән һаҡлауы барыбыҙға ла мәғлүм.
Рамаҙан ҮТӘҒОЛОВ,
тарихсы.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад