Кемлегең исемеңдән күренә19.11.2011
Американың билдәле ғалимы Алекс Дожд Юнг әйтеүенсә, кеше исеменең тәүге хәрефе уның холҡо хаҡында һөйләй.
А, Й, С — үҙаллы шәхестәр, тапҡырҙар, ижади кешеләр.
Б, К, Т — дуҫ-иштәре менән аралашып йәшәйҙәр, хис-тойғоға бирелеүсәндәр, башҡаларҙың яҡлауына мохтаждар.
Ц, Л, У — хыялланырға яраталар, башҡалар менән тиҙ уртаҡ тел табалар, ауырлыҡтарға бирешеп бармайҙар.
Д, М, В — тәртипле, тыйнаҡ шәхестәр, үҙ мөмкинлектәрен беләләр, үтә яуаплылар, күнегелгән нәмәләрҙән баш тартырға яратмайҙар.
Я, Н — белемгә ынтылыусандар, яңылыҡ яратыусылар, тормошто йәшәү тәжрибәһе аша өйрәнеүселәр.
Ф, О — ғаилә тормошон төп урынға ҡуйған, туғандары йә дуҫ-иштәре менән мөнәсәбәттә гармония яратыусы кешеләр.
Г, П — артислыҡ һәләттәренә эйә, тулы мәғәнәле тормошто яратыусы шәхестәр.
Х, З — тормошҡа яраҡлашып йәшәй беләләр, үҙ-үҙен ихтирам итәләр, шулай уҡ билдәлелек яулау, аҡса эшләү мөмкинлектәренә эйәләр.
И, Р — тапҡыр кешеләр, хыялға бирелеүсәндәр.

Юнгтың фекеренсә, исемдәрҙең һуңғы хәрефтәренең дә мәғәнәһе бар. Мәҫәлән:
А, Й — үҙаллы кешеләр.
Б, К, Т — хис-тойғоға бирелеүсән кешеләр.
Ц, Л, У — башҡалар менән еңел бәйләнеш булдыра, хис-тойғоларын, уй-кисерештәрен белдерә алыусылар.
Д, М — айыҡ ҡарашлы, дәғүәһеҙ кешеләр.
Е, Н, В — бай тәбиғәтле, үҙенсәлекле шәхестәр.
Ф, О — бөтә нәмәне уйлап эшләүселәр, башҡаларға тиҙ ышанып бармаусылар, иғтибарлылар.
Х, З — был кешеләр үҙ-үҙҙәренә ышаныс тойғоһо тәрбиәләйҙәр.
И, Р — башҡаларҙың фекерен ихтирам итеүселәр.


Вернуться назад