Аптыратты был мигранттар...29.06.2013
Илдәге мигранттар проблемаһы әлегә тиклем хәл ителмәй. Рәсәйгә сит илдәрҙән эшләргә күпме кеше килә, уларҙың ниндәй өлөшө законлы, ә күпмеһе законһыҙ, ошо сәбәпле ҡаҙна ни тиклем зыян күрә? Был һорауҙарға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт аҡсаларын һөҙөмтәле файҙаланыуға йәмәғәт контроле буйынса Советтың сираттағы ултырышында ла ошо мөһим мәсьәлә ҡаралды. “Башҡортостанға хеҙмәт мигранттарын йәлеп итеүҙең социаль-иҡтисади һөҙөмтәлелеге” темаһы буйынса мәғлүмәтте Совет ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева бирҙе. Римма Әмир ҡыҙы теманы бөтә яҡлап та ентекле тикшергән. Ул ситтән килеүселәрҙең файҙаһы, зыяны, йәмғиәткә, йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡтарына йоғонтоһо тураһында һөйләне. Билдәле, уларҙың бер өлөшө законһыҙ эшләй. Республика ҡаҙнаһына бындай хеҙмәткәрҙәрҙән һалым инмәй, бөтә тапҡанын мигрант тыуған яғына ебәреп тора. Икенсе мәсьәлә — улар түбән эш хаҡына ла ризалаша. Был иһә эш биреүселәр өсөн файҙаға ғына. Был осраҡта урындағы халыҡ зыян күрә: ул тиклем бәләкәй хеҙмәт хаҡына беҙҙекеләр эшләргә риза түгел. Тимәк, йә эшһеҙлек сәскә ата, йә йәш, талантлы йәштәр ҙур аҡса артынан Себер тарафтарына, башҡа төбәктәргә сығып китә. Һөҙөмтәлә, демография хәле хөртәйә, ситтә эшләгән кешенән шулай уҡ республика ҡаҙнаһына һалым килмәй. Ултырышта шулай уҡ Һалым, Миграция хеҙмәте идаралыҡтары, төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, ғалимдар, профсоюз тармағы кешеләре сығыш яһап, үҙ фекерҙәрен белдерҙе, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләне.