Иң-иңдәр кемдәр?29.06.2013
“iВолга-2013” йәштәр форумы сиктәрендә Башҡортостандан һигеҙ инновациялы проект Волга буйы федераль округы грантына дәғүә итә. Проекттар сара тамамланған көндә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичҡа тәҡдим ителергә тейешле яҡынса исемлеккә индерелде.
Әле авторҙар Волга буйы төбәктәрендәге етәкселәрҙе үҙҙәренең проекттары менән таныштыра. 40 эш округтың грантына лайыҡ буласаҡ. Был аҡсаға йәш новаторҙарға ниәттәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирелә. Яҡынса исемлектә Илдус Вәғизов, Юрий Рычков, Виктория Борисова, Артем Айытов, Юрий Коев, Альберт Зарипов, Дмитрий Саханьков, Герман Титовтың проекттары бар. — Сара эксперттары беҙҙең проекттарҙың әһәмиәтен билдәләне. Улар “Селигер”ҙа ла тейешле баһа алыр, тип ышанам, — тине йәштәр форумындағы Башҡортостан делегацияһы етәкселәренең береһе Александр Никерин. — Бында тәжрибәле ҡатнашыусылар ҙа, яңы килгәндәр ҙә байтаҡ. Йәштәр өсөн “iВолга” яңы мөмкинлектәр аса. Йәштәр форумы — Михаил Бабич башланғысы менән тормошҡа ашырылған ижтимағи әһәмиәтле һәм үҙенсәлекле проекттарҙың береһе. Волга буйы федераль округындағы һәр төбәктән унда 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. Иң яҡшы 40 проектҡа 100 — 300 мең һум, шулай уҡ иң-иңдәр тиҫтәһенә 400 — 800 мең һум күләмендә грант ярҙамы тапшырыла. Төбәк кимәлендә лә уларға булышлыҡ итеү күҙаллана. Фестивалдә 2 200 кеше ҡатнаша.


Вернуться назад