Шылтыратығыҙ!29.06.2013
Шылтыратығыҙ!Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлаған осорҙа граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы һәм яҡлауҙы тәьмин итеү, һайлаусыларға мәғлүмәт еткереү маҡсатында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында 1 июлдән 8 сентябргә тиклем “ҡыҙыу элемтә” ойошторола. Күп каналлы элемтә телефоны: 8 800 347 5454.
Был номерға “Башинформсвязь”, “Мегафон” һәм “СОТЕЛ” йәмғиәттәренең барлыҡ абоненттары бушлай шылтырата ала. Башҡа оператор абоненттарының тарифтарға ярашлы түләп, 8 347 250-25-95 телефоны аша шылтыратыу мөмкинлеге бар. “Ҡыҙыу элемтә”нең эш ваҡыты: 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем эш көндәрендә — көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем, 2 — 7 сентябрҙә — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, 8 сентябрҙә — иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем. Һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.


Вернуться назад