"Баҫма мәҡәлә яҙырға өйрәтте"29.06.2013
"Баҫма мәҡәлә яҙырға өйрәтте"Фәнзилә ЗАРИПОВА, Нуриман районының башҡорт телендәге "Нур Иман" гәзитен әҙерләп сығарыусы:
— Ун йылдан ашыу режиссёр булып эшләһәм дә, мауыҡтырғыс журналист һөнәре үҙенә ылыҡтырҙы. Район гәзитенә килгәс, яратҡан баҫмам "Башҡортостан" ярҙамында мәҡәлә яҙырға өйрәнә башланым: үткер ҡәләмле, абруйлы журналистарҙың яҙмаларын ентекләп уҡыйым, фәһем алам, оҫталығымды арттырырға тырышам. "Уҡытыусым"дан алған һабаҡтарҙың һөҙөмтәһе лә бар —тиражыбыҙ бер йыл элек 250 дана булһа, хәҙер 360-ҡа етте.


Вернуться назад