Техник фәндәр кандидаты Рәхимйән Вәлиев — Бөрйән районынан сыҡҡан иң тәүге ғалимдарҙың береһе. Ул 1931 йылда Яңы Собханғол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Биш-алты йәшендә үк Рәхимйән колхоз эштәрендә ҡатнаша башлаған: ер һөрөшкән, күбә тарттырған. Ферманан бесәнселәргә һөт, ойотҡан, ҡорот, эремсек ташыусы ла булған ул. Һигеҙ йәшендә атаһына ауыл һыйырҙарын көтөргә ярҙам иткән. Уға хеҙмәт көндәре яҙғандар.
Атаһы һуғышҡа киткәндә Рәхимйән ағайҙың әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Күп тә үтмәй бишенсе бала тыуа. Сабирйән ағайҙың туғандарында өйҙәш булып йәшәйҙәр. Фатима инәй, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балаларын тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бик яуаплы ҡарай.
Ул йылдарҙа Бөрйән районында бер генә урта мәктәп була. Аслы-туҡлы, ярым-яланғас Рәхимйәнгә Яңы Собханғолдан ете саҡрым алыҫлыҡтағы шул уҡыу йортона көн дә йөрөргә тура килә. Ҡышын ял көндәрендә бәләкәй сана менән урмандан утын-бесән ташыуҙы, каникул ваҡытында үҙе ишкән арҡан-дилбегәләрҙе ялан яҡтарына алып барып һатып, әҙ булһа ла ашлыҡ алып ҡайтыуҙы ла быуыны нығынып етмәгән малай үҙ иңенә ала.
Ауырлыҡтар Рәхимйән ағайҙы сыныҡтыра, уҡыуға ла ынтылышын көсәйтә. Ул 1949 йылда үҙенең маҡсатына өлгәшә: Иҫке Собханғолдағы башҡорт урта мәктәбен тамамлай, шул уҡ йылда уҡытыусы булып эш башлай, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡытыусылар әҙерләү институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1952 йылдың аҙағында Рәхимйән ағайҙы армияға алалар. Был инде уның тормошонда ҡырҡа һынылыш яһай.
Армияла хеҙмәт итә башлағас та, уның тәбиғәттән бирелгән һәләттәренә, булдыҡлылығына, ныҡышмалылығына, хәрби техниканы тырышып өйрәнеүенә иғтибар итәләр. Командирҙарының тәҡдиме буйынса Рәхимйән артабан Минск ҡалаһындағы юғары хәрби училищеға уҡырға инә. Юғары квалификациялы офицерҙар әҙерләү үҙәгенә әйләнгән абруйлы уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, хәрби инженер булып китә Бөрйән егете.
1960 йылда Совет хөкүмәте Рәхимйән Вәлиевте Ҡытай Халыҡ Республикаһына командировкаға ебәрә. Унда Оборона министрлығының үҙәк аппаратында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, ҡытай белгестәренә илдең хәрби ҡеүәтен арттырыуҙа, юғары квалификациялы хәрби кадрҙар әҙерләүҙә ярҙам итә. Бына ниндәй яҙмыш: тау-урман араһында ятҡан ауылда ябай ғаиләлә тыуып үҫкән 28 йәшлек Бөрйән башҡорто офицер дәрәжәһендә сит ил армияһын күтәреүҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, Рәхимйән Сабирйән улының ундағы хеҙмәте “Ҡытай-Совет дуҫлығы” миҙалы менән баһалана.
Ватанына ҡайтҡас, Рәхимйән Сабирйән улы СССР Оборона министрлығының үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Бында ул һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәрҙең хәрби мөмкинлектәрен киңәйтеү, уларҙы яңы зенит ракеталары менән ҡоралландырыу, юғары квалификациялы офицерҙар әҙерләү кеүек эштәрҙә ҡайнай. Дәһшәтлелеге менән бөтә донъяға билдәле булған бишенсе быуын зенит ракеталарының проектын эшләүҙә, уларҙың тәүгеләрен полигон шарттарында һынауҙа туранан-тура ҡатнаша. Рәхимйән ағайҙың ҙур тәжрибәһе институтта ғилми-тикшеренеү йүнәлешендәге төрлө мәсьәләләр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә ярҙам итә.
Шул осорҙа Рәхимйән Вәлиевтең 70-тән ашыу ғилми хеҙмәте махсус журналдарҙа, ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға, сығыштары Бөтә Союз хәрби семинарҙарында юғары баһалана. Яҡташыбыҙҙың методик эшләнмәләрен Рәсәй Оборона министрлығының ғилми-тикшеренеү ойошмаларында, хәрби белем биреү йорттарында, зенит ракеталары частарында әле һаман ҡулланалар. Рәхимйән Сабирйән улының кандидатлыҡ диссертацияһы Йыһан киңлектәрен хәрби маҡсатта үҙләштереүгә бәйле тикшеренеүҙәргә арналыуы ла уның киң ҡарашлы ғалим булыуы хаҡында һөйләй.
Ҡыҫҡаһы, Рәхимйән Вәлиев Совет Армияһы сафында 30 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Фиҙакәрлеге Совет хөкүмәте тарафынан күп миҙалдар менән баһалана.
Рәхимйән ағайҙың һәр һүҙҙе уйлап әйтеүе, бер эште лә еренә еткермәй ҡалдырмауы — холҡондағы төп һыҙаттарҙың береһе. Ул ҡәтғилекте, теүәллекте ярата, теге йәки был һорау менән мөрәжәғәт иткәндә йыш ҡына: “Минең ул турала әлегә тиклем уйлағаным булманы, фекер туплағас ҡына әйтермен”, — тип яуап бирә. Шуға ла хаталанғанын, үкенгәнен хәтерләмәйем.
Хәҙер Рәхимйән Сабирйән улы ҡатыны Рабиға менән Тверь ҡалаһында йәшәй. Улдарының олоһо Әнүәр ҙә, кесеһе Салауат та атай һөнәрен һайлаған — офицерҙар. Икеһе лә, ғаилә ҡороп, Санкт-Петербургта төпләнгән.
Пенсияға сыҡҡандан һуң Рәхимйән Сабирйән улы тыныс ятыуға күнегә алмай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Уны Башҡортостанда һәм республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың бөгөнгө тормош-көнкүреше, яҙмышы ныҡ борсой. Милләтебеҙ өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам йөҙөнән ул Тверь ҡалаһында башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһын ойоштороуға күп көс һалды һәм уның эшендә әүҙем ҡатнаша. Бөрйәнен дә һис онотмай Рәхимйән ағай: тыуған ауылына, туғандары янына йыш ҡына ҡайтып әйләнә.
Хәлил КӨНӘФИН.
Тверь ҡалаһы.