Ташкентта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәге, уның етәкселәре менән яңындан танышыу форсаты тейҙе. Ойошмала 1
6 йыл буйы рәйес булып эшләгән Илшат Хәсәнов — һоҡланғыс шәхес. Башҡортостандан алты ғына йәшендә сығып киткән ул. Атаһы хәрби булғанлыҡтан, улар күп илдәрҙе гиҙгән, аҙаҡ Ташкентҡа килеп төпләнгәндәр.
“Милләтем” тип янып йөрөгән Илшат Хәсән улының хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмаған: Башҡортостандың да, Үзбәкстандың да юғары дәүләт наградаларына эйә. Әммә уның өсөн иң ҡәҙерлеһе — меңдәрсә саҡрым ситтә йәшәгән милләттәштәренең ауыҙ тултырып ғорур рәүештә: “Мин — башҡорт!” — тип әйтә алыуы.
Үзбәкстан башҡорттары нисек йәшәй, уларҙы ниндәй мәсьәләләр борсой? Милли-мәҙәни үҙәк рәйесе менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
— Илшат Хәсән улы, бындағы милләттәштәребеҙҙең мәнфәғәтендә ниндәй эштәр башҡарыла?
— Ҡырҡ меңдән ашыу башҡортто берләштергән үҙәк 1992 йылда төҙөлдө. Дөйөм ҡарар менән уға бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен бирҙек. Бурыстарға, маҡсаттарға килгәндә, улар бихисап, ә иң мөһиме — башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү, мәҙәниәтте, йолаларҙы тергеҙеү, Үзбәкстан башҡорттарын берләштереү һәм туплау.
Бында бик күп милләт вәкилдәре төпләнгән, уларҙың һәр ҡайһыһының милли-мәҙәни ойошмаһы бар. Башҡаларға өлгө булырҙай эштәребеҙ күп. Тырышлығыбыҙ арҡаһында телевидение һәм радиола аҙна һайын башҡорт телендә тапшырыуҙар сыға. Элегерәк радио аша хатта башҡорт теленә өйрәнә инек. Башҡорттар тупланып йәшәгән урын юҡлыҡтан, йәкшәмбе мәктәбе асып булмай, шуға радио ярҙамға килде. Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә беҙҙең өсөн түләүһеҙ бүлмә бирҙеләр, был да — яҡшы күренеш. Үзбәкстан етәкселегенең беҙгә ҡарата ихтирамы тураһында һөйләй ул. Әлеге ваҡытта ошо бинала урынлашҡан “Урал” ансамблендә башҡорт телендә уҡытыу алып барыла, бынан тыш, балаларҙы үҙебеҙсә йырларға һәм бейергә, милли уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр.
— Айырып әйтерлек ниндәй һөҙөмтәләрегеҙ бар?
— 1997 йылда Ташкенттағы бер урамға Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен ҡуштыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, был еңел бирелмәне, мәшәҡәте күп булды. Ошо маҡсатҡа өлгәшер өсөн Үзбәкстан Президентына тиклем барып еттем.
Һабантуйҙар һәм Башҡортостан көндәрен үткәреү матур йолаға әйләнде. Уларҙы халыҡ көтөп ала. Бынан тыш, республикабыҙ өсөн мөһим даталар ҙа беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы, Салауат Юлаевтың, Әхмәтзәки Вәлидиҙең оло юбилейҙары, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева һәм башҡа күренекле әҙиптәрҙең ижадына арналған әҙәби кисәләр, йола байрамдары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар... Һанап бөтөрлөк түгел уларҙы.
— Ярҙамсыларығыҙ күпме?
— Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тиҙәр бит. Әлбиттә, күмәкбеҙ. Үҙәк ҡарамағында совет эшләй, унда туғыҙ кеше бар. Һәр кемдең үҙ бурысы, йүнәлеше билдәле. Ярҙамсыларымдан уңдым: фиҙакәрҙәр, шәхси ваҡыттарын бүлеп, эштәрен ситкә ҡуйып, бында киләләр. Ысын ватансылар улар, үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләйҙәр. Ҡайһы берҙәрен генә әйтеп китәм: урынбаҫарым Рәлиә Ҡәрипова, “Урал” ансамбле етәксеһе Фирүзә Хәлдәрова, эшҡыуар Әмир Гуляев, яртылаш үзбәк булыуына ҡарамаҫтан, башҡортса йырлаусы Кәрим Жураев, “Урал”, Ағиҙел” клубтары ағзалары.
— Һеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында ла белге килә.
— Һүҙ ҙә юҡ, үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнсә телде, мәҙәниәтте һаҡлау өсөн тырышабыҙ. Әммә был ғына етмәй. Башҡортостан һәм Үзбәкстан етәкселәренән ярҙам талап ителгән эштәр ҙә күп. Мәҫәлән, бында йәшәүсе башҡорттарҙы тарихи Ватанына ҡайтарыу. Бөгөн 200-ләп ғаилә Башҡортостанға күсенергә теләк белдерә. Ошо мәсьәлә буйынса етәкселәр берәй ҡарарға килер, тип көтәбеҙ.
Тағы бер мәсьәлә: Үзбәкстанда башҡорт милләтле һуғыш ветерандары күп. Улар өсөн йылына бер тапҡыр Еңеү көнөндә тыуған илдәренә ҡайтып әйләнеү мөмкинлеге булһа ине. Тыуған тупрағында туғандары көтә, шуға йәшәү урыны табыу ҙа ауыр булмаҫ. Ни бары юл хаҡын түләү кәрәк.
Иң мөһим мәсьәлә — Үзбәкстанда Башҡортостандың сауҙа вәкиллеген булдырыу. Был мәсьәлә буйынса күптән янып йөрөйбөҙ, әммә әлегә тиклем һөҙөмтә юҡ. Әгәр беҙҙең үҙебеҙҙең вәкиллек булһа, бихисап эш башҡара, байтаҡ мәсьәләне шунда уҡ хәл итә алыр инек. Татарстандың бындай үҙәге бар, шуға улар аяҡ тибеп һөйләшә. Беҙ уларҙан кәм түгел, иҡтисади йәһәттән күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан хатта өҫтөнөрәк тә.
Үзбәкстанда республиканың иҡтисады буйынса күргәҙмә ойоштороу Башҡортостанға бик яҡшы реклама булыр ине. Үзбәкстан да газ, нефть, нефть химияһы өлкәләрендә алға бара, ике яҡ тәжрибә, кадрҙар менән уртаҡлаша ала бит. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса ла хеҙмәттәшлек итергә мөмкин.
Үзбәкстан башҡорттарын борсоған тағы бер мәсьәлә — беҙҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының күрһәтмәүе. ТНВ каналы эшләй, шуға Татарстан яңылыҡтары даими килеп тора, уның ярҙамында татарҙар телен һәм мәҙәниәтен онотмай, үҫтерә.
— Әллә беҙгә үпкәгеҙ бармы?
— Юҡ, үпкә тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Беҙ бер ҡасан да бәйләнеште өҙмәйбеҙ, бергә эшләйбеҙ. 2008 йылдан алып беҙҙең уҡыусылар квота буйынса Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем ала. Республика етәкселеге ярҙам итмәһә, былар булмаҫ ине бит. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ярҙамдан өҙмәй. Улар менән әүҙем эшләйбеҙ. Ғөмүмән, Башҡортостандан рухи көс, илһам алып йәшәйбеҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да Үзбәкстанда башҡорт рухын һүндермәҫкә тырышығыҙ!
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Үзбәкстан.