Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Таҙалыҡ — имандың иң ҙур өлөшө", — тигән. Әҙәм балаһының иң тәүҙә күңеле саф булырға тейеш. Үпкә, асыу һаҡлап, яуыз ниәт менән йәшәү кешене ауырыуға һабыштырыр, яҙмышын боҙор.
Икенсенән, тәндең таҙа булыуы мөһим. Ул йәндең паклығына, күңелдең сәләмәтлегенә алып килә. Шуның өсөн дә Исламда йыуыныуға ҙур иғтибар бүленгән. Был ғәмәлде башҡарған әҙәм балаһы паклана, гонаһтан арына һәм уның тормошона, һис шикһеҙ, бәрәкәт килә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ишек алдын да таҙа тоторға бойорған. Бында ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҙур хикмәт бар. Йорт эсенең, ихатаның йыйыштырылған, таҙа булыуы, йәшеллеккә күмелеүе әҙәм балаһының тормошона ҙур бәрәкәт бирә. Йыйнаҡлыҡҡа, яҙ бөрөләнгән, унан япраҡ ярған ағас-ҡыуаҡҡа, гөл-сәскәгә ҡарап ҡыуанабыҙ, күңелебеҙ хушлана, йәшәүгә дәрт арта. Тимәк, һаулығыбыҙ нығый.
Тирә-яҡ мөхиттең таҙа булыуы айырыуса мөһим. "Эй, әҙәм балалары, беҙ һеҙҙе ерҙән яраттыҡ", — тип өндәшкән беҙгә Хоҙай Тәғәлә. Ер-әсә тигән төшөнсә буштан ғына яралмаған. Ашатҡан да, эсергән дә, йәшәткән дә — ул. Бөтөн ризығыбыҙ — Ерҙә. Уның ҡәҙерен белмәһәк, һаман да бысратһаҡ, киләсәктә ниндәй хәлгә төшөрөбөҙҙө күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Шөкөр, һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа тәбиғәтте һаҡлауға иғтибар арта. Тирә-йүнде таҙартыу өмәләре дауам итә. Был — борондан килгән изге ғәмәлебеҙ. Элек-электән ауылдың аҡһаҡалдары, имамдар тирә-яҡтың таҙалығына ҙур өлөш индергән, йәштәрҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән. Ошо эш бөгөн дә дауам итһен ине. Тау, урман, йылға, шишмә, инештәрҙең барыһы ла — Аллаһ Тәғәләнең бүләге. Уларҙың ҡәҙерен белеп, һаҡлап, киләһе быуынға изге аманат итеп тапшырырға бурыслыбыҙ.
Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә лә, Ер-әсә алдындағы бурысыбыҙҙы тойоп, уны яратырға, таҙалығын, именлеген хәстәрләргә насип ҡылһын. Был, иншаллаһ, үҙ сиратында күңелебеҙҙең, рухыбыҙҙың, милләтебеҙҙең сәләмәтлеген нығытыр. Амин.