Мунсағыҙ шифалы булһын!28.06.2013
Хәҙер миндекте ҡайын, имән ботаҡтарынан, аҡ шыршы йәйегенән генә түгел, башҡа ағастан да яһайҙар

Ҡайын миндеге

Июнь – ҡайын миндеге бәйләү өсөн иң ҡулай осор. Халыҡта “май миндеге — иң шифалыһы” тигән инаныу ҙа бар. Уны иҫкесә июнь башланғанға тиклем әҙерләп ҡалырға тырышалар.
Һуңғараҡ ҡалғаны нығыраҡ, тығыҙыраҡ япраҡлы була. Сәскә атҡан, һарғая башлаған ағас миндеккә бармай.
Ҡайын миндек быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бына тигән дауа, ул тирене лә таҙарта, яраларҙы уңалта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Ваҡ бронхыларҙы асып, ҡаҡырыҡты сығара. Япраҡтарҙағы витаминдар, файҙалы матдәләр тире аша ыңғай тәьҫир яһай. Ә сәсте миндек бешергән һыу менән сайҡатыу уны нығыта, баштағы ҡыуаҡты бөтөрә, тиҙәр.

Имән миндеге

Тире майлы булғанда бигерәк йәтеш. Сабыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Еҫе сабынғанда ҡан баҫымы күтәрелеүен тотҡарлай. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн ҡулланыла. Имән миндеге көс бирә, тиҙәр.

Йүкә миндеге

Баш ауыртыуын бөтөрә, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртырға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Яраларҙы тиҙ уңалта, тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара.

Ерек миндеге

Һыуыҡ тейгәндә, быуындар, тән һыҙлағанда ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.

Аҡ шыршы, артыш миндектәре

Сайырының еҫе лә дауаға эйә, сәнскеләберәк тирене ҡуҙғыта, тирләтә, ҡан әйләнешен көсәйтә. Умыртҡа һөйәге ауыртҡанда, невралгия, радикулит булғанда тәбиғи массаж булараҡ бик файҙалы. Һауаны таҙарта, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә. Был миндектәрҙе бешекләгән һыуҙы ҡайнар таш өҫтөнә һибеп, мунса һауаһын тағы ла шифалыраҡ, хуш еҫлерәк итәләр.

Мышар (миләш) һәм гөлбаҙран (пижма) миндеге

Иртәнге мунса өсөн килешә. Улар кешегә дәрт-ҡеүәт өҫтәп ебәрә, тәнде еңеләйтә. Кискә тиклем арымай-талмай эшлә лә эшлә генә…

Кесерткән миндеге

Бил ауыртҡанда, тән һыҙлағанда дауа итеп ҡулланалар. Быуындарҙа тоҙ, ревматизм булғанда, халыҡ электән уны файҙаһын белеп тотонған. Ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра. Һынған, имгәнгән, күгәргән ерҙәргә шифа икәне лә билдәле. Кесерткән сағыуы — үҙенсәлекле, һөҙөмтәле массаж ул. Бындай миндекте ҡайнар һыуҙа саҡ ҡына бешекләп алалар ҙа елпетеп, еңелсә генә сабыналар.
Ағыулы, сәнскеле булмаһа, дөрөҫөн әйткәндә, һәр ағастан миндек бәйләргә мөмкин. Ҡатнаштырып та әҙерләргә була. Ғәҙәттә, күк, һары мәтрүшкәне лә ҡыҫтырып ебәрәләр.
Үҙем миндектәргә саған, ҡарама, сәтләүек, йәш сейә лә ҡушам.
Миндекте ҡояш төшмәгән, еләҫ, һауа инеп торған урында һаҡлау файҙалы сифаттарының яҡшыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итә.
Мунсағыҙ шифалы булһын!


Вернуться назад