Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында тыуып үҫкән, әле Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Сәүиә Ғәзиз ҡыҙы Ғирфанованы алтын юбилейы — 50 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы ҡәҙерле әсәйебеҙ. Һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр теләйбеҙ. Күҙҙәреңдең изге нуры, йөрәгеңдең ихласлығы, ҡулдарыңдың маһирлығы, хеҙмәтеңдең матурлығы тормошобоҙға көс, дәрт, йәм бирә, һәм мәңге шулай дауам итһен. Хәстәрлегең, изгелегең, наҙың өсөн, һөйөклө атайыбыҙ Фаил Суфиян улы менән беҙгә бәхетле бала саҡ, матур йәшлек бүләк иткәнегеҙ өсөн мең-мең рәхмәт әйтәбеҙ. Донъя рәхәтлектәренә шатланып, татыулыҡта, бәрәкәттә, изгелектәр күреп, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Рита, Эльмира, кейәүең Булат.