Нәҫелем тамырҙары ныҡлы28.06.2013
Нәҫелем тамырҙары ныҡлыБашҡортостан тәбиғәтенең матурлығын шиғыр юлдарында, йырҙарҙа ғына маҡтап бөтөп булмайҙыр – һәр кеше үҙе күрһә генә ләззәтен татыр, күңеле яҡтырыр. Йәмле Әй буйҙары, юрғалап аҡҡан Йүрүҙән йылғаһы, көмөш шишмәләре, Янғантауы, Салауат мәмерйәһе, күккә ашҡан Ҡаратауы… Ниндәй генә матурлыҡтар юҡ был төбәктә! Кешеләре асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, эшһөйәр, шул уҡ ваҡытта, Әйле ырыуы вәкилдәренә хас булғанса, сая ла.
Минең тыуған төйәгем – Салауат районының Ҡалмаҡҡол ауылы, ете йәштән II Иҙелбай (Баҙраҡ) ауылында үҫкәнмен. Бынан 328 йыл элек Рәимғол тигән кеше, I Иҙелбайҙан Йүрүҙәндең икенсе ярына сығып, ауылға нигеҙ һалған.
1997 йылдан башлап ауылыбыҙҙа “Ҡазыхановтар династияһы” йыйыны уҙа. Ҡайһы ғына төбәктә йәшәһәләр ҙә, улар ҡайтып, нәҫелдәрен барлай, унынсы быуынға тиклем ата-бабаларын иҫкә ала, туғандарын бер-береһе менән таныштыра.
1907 йылда 16 йәшлек Насретдиндең атаһы Ҡазыхан, олоғайып, ауырып түшәккә ята һәм, кинйә улын янына саҡырып, былай ти: “Улым, минең үлгәнде көтмә, бөгөндән Троицк ҡалаһындағы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә уҡырға кит”.
Атаһының васыятын йыҡмай Насретдин, Ҡыйғы районының Яуын ауылында йәшәгән дуҫы Талип менән Троицкиға йәйәү юллана. Улар, Ҡалмакүл ауылына (Мөрсәлим ҡасабаһы) килеп, Ғәйфулла тигән байҙа ҡунып сыға. Өй хужаһы: “Уландар, ҡайҙа юл тотаһығыҙ?” – тип һорағас, Насретдин мәҙрәсәгә уҡырға китеп барыуҙарын әйтә. Ғәйфулла ике йәш егеттең ниәтен хуплай, иртән икеһенә лә берәр ат бүләк итә. Кинйә улы Сәлимйәнгә (ул ваҡытта 10 йәш була) Бакал тигән ҡалағаса оҙатып барырға ҡуша. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Насретдин менән Сәлимйән ҡоҙа булып китә. Уларҙың береһе әсәйем яғынан олатайым Насретдин булһа, икенсеһе – атайымдың атаһы. Сәлимйән менән Насретдиндән таралған кешеләр бөгөн Ҡазыханов, Басиров, Хөснөтдинов фамилияларын йөрөтә. Мин әсәйем яғынан да, атайым яғынан да унынсы быуынға тиклем нәҫелебеҙҙең тамырҙарын юллап, бөтә туғандарыма ла шәжәрә төҙөп бирҙем.
Насретдин олатай 93 йәшкә тиклем ғүмер кисереп, ете бала үҫтереп, һәр береһенә өй һалып, 37 ейән-ейәнсәренә олатай булды. Ҡазыхановтарҙан да, Ғәйфуллиндарҙан да бик күп билдәле шәхестәр сыҡты.
Икенсе донъя һуғышы башланғанда Насретдингә 51 йәш була. Хеҙмәт армияһына алынғас, шунда 1946 йылға хәтлем эшләй, ҡайтҡас ат ҡараусы була. 1949 йылда БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 70 йәштән мулла вазифаһын үтәй.
Насретдин олатайҙың улы Хәбибйән, 1939 йылда армияға алынып, 1946 йылда ғына ҡайта. 70 йәшкә тиклем бригадир булып эшләй, аҙаҡ умарта тота, 80-де уҙғас, донъя ҡуя. Бөгөн туғыҙ балаһының дүртәүһе Иҙелбайҙа йәшәй. Әсәйем Мәрфуға, 16 йәшендә тракторсы булып бер йыл эшләгәс, алты йыл Урмантау леспромхозында ағас киҫә. 1947 йылда Ҡалмаҡҡол ауылы егете, һуғышта йөрөп ҡайтҡан Әтрәф исемле егеткә – атайыма – кейәүгә сыға.
Ҡазыхановтарҙың бөгөнгө йәштәре – бөтәһе лә тиерлек юғары белемле. Рәжәптең улы Салауат армиянан ҡайтып кәләш алған, өс бала атаһы, ҡыҙы Гөлназ БДУ-ны тамамлап, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында уҡыта. Рәсүлдең оло улы Юлай хеҙмәттән ҡайтып өйләнде. Ҡәүиҙең ҡыҙы – кейәүҙә, ә улы Илдус – Дыуан район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары. Рәфистең ике малайы уҡып бөтөп, эшләп йөрөй. Хәлиттең оло улы Роберт, хеҙмәттән ҡайтҡас, кәләш алып, ике бала үҫтерә. Икенсе малайы Ринат та хеҙмәттән ҡайтты, эшкә урынлашып йөрөй. Кинйә ҡыҙҙары медицина юлын һайлаған.
Әсәйемдең энеләре Хәмит, Шамил, Йәнтүрә, Вәхит, үкенескә ҡаршы, беҙҙең арала юҡ инде. Ә балаларына килгәндә, Гөлнур, “Янғантау” шифаханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, өс бала әсәһе, күптән өләсәй. Люциә лә өс ҡыҙ үҫтерҙе, Ҡыйғы районында йәшәй, өләсәйлек бәхетен кисерә. Шамилдың балаларының олоһо Фларит, оҙаҡ йылдар райондың Госстрах начальнигы булып, быйыл пенсияға сыҡһа ла, эшләп йөрөй. Уның өлкән малайы Булат – ике юғары белемле, ике бала атаһы. Кесеһе Ренат, юғары белем алып, армияла хеҙмәт иткәс, кәләше менән Өфөлә йәшәй. Йосоп тимер юлында эшләй, Мөрсәлим ҡасабаһында йәшәй, оло улы Илгиз төрөк лицейын бөтөп, БДПУ-ла уҡыны, бөгөн кәләше менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән, техникумда уҡыта, ике бала үҫтерә. Кинйә ҡыҙы, медицина һөнәрен һайлап, Өфөлә эшләп йөрөй.
Фирүзәнең өс малайы бар: Ринат исемлеһе хеҙмәт итеп ҡайтты, кәләш алып, эшләп йөрөй, кинйәһе Өфөлә уҡый. Ахунйәндең оло ҡыҙы БДПУ-ның психология факультетын бөттө, улы Айрат БДУ-ны тамамланы, кинйә ҡыҙҙары мединститутта уҡый. Ғафурйән Малаяҙҙа эшләй, ике бала атаһы.
Йәнтүрәнең балалары араһынан Таҡырйән оҙаҡ йылдар “КамАЗ”-да эшләп, бөгөн Арҡауылда йәшәй, Әлфиә исемле ҡыҙҙарын кейәүгә биргәс, балалар йортонан тәрбиәгә дүрт бала алды. Ҡыҙҙары сәнғәт академияһында ситтән тороп уҡый. Дүрт баланың өсәүһе Мәсәғүт педучилищеһында белем ала, спортсылар. Зирә, Зилә һәм Данис Арҡауыл, Ахун ауылдарында йәшәй, балалары иһә уҡып бөтөп, ғаилә ҡорҙо. Данис ошо көндәрҙә олатай булды. Риф ике балаһы менән Күҫә ауылында ғүмер итә.
Вәхиттең балаларынан Фәтих Силәбелә уҡып, армияла булып, хәҙер Иҙелбайҙа йәшәй, кәләше менән игеҙәк балалар үҫтерә. Нургизә Мәсетле районының Ҡыҙылбай мәктәбендә эшләй, ике ҡыҙы ла юғары белемле, береһе – медик, икенсеһе – педагог, кейәүҙәләр. Фәрүәздең ҡыҙы Айгөл БДУ-ны бөтөп, Өфөлә эшләп йөрөй, ситтән тороп академияла уҡый. Гөлнәзирәнең ҡыҙы Ләйсән нефтсе һөнәрен үҙләштерә, улы Флүр – X класта, Эдуард ауылда йәшәй. Гөлсара һеңлемдең өс малайы бар, олоһо армиянан ҡайтҡас, өйләнеп, ситкә йөрөп эшләй башланы. Икенсе улы Илдар, кәләш алып, Ахун ауылында йәшәй, кинйәһе Айбулат иһә Мәсәғүт педучилищеһында уҡый.
Ауылдағы туғандарымдан Миндулла – өс бала атаһы, Алик та ғаиләһе менән балалар үҫтерә. Әсәйемдең ике, өс туғандары күп, шуларҙың бер нисәһе тураһында яҙып үтәм. Менәүәрә Өфөлә йәшәй, апрелдә 90 йәше тулды, Ғәзим дә — Өфөлә, 87 йәштә. Мәрзиә еңгә менән алты бала үҫтергән, бөтәһе лә – юғары белемле. Кинйә улы Аҡбулат Мәсәғүттә өй һала, өс балаһы бар. Мансур исемле туғаныбыҙ ҙа ғүмер буйы механизаторҙар бригадиры булды, 80 йәште уҙғансы йәшәне. Рәмил тигәненең балалары Мәсәғүттә көн итә. Бибихая апаһы Өфөлә 88 йәшендә вафат булды.
Минең бер туған һеңлем Гөлсирә инде 30 йылға яҡын Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында эшләй, 2011 йылда РФ-тың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Оло ҡыҙы Алина кейәүҙә. Ул БДУ-ны, һәм БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамланы, Марат кейәү менән бик шуҡ, аҡыллы Тимур исемле 5 йәшлек ул үҫтерәләр. Гөлсирә һеңлемдең ике улы бар: Альберт — БДАУ-ҙа, бәләкәйе Артур БДУ-ла уҡып йөрөй.
Ғәйфуллиндарға килгәндә, яҙа башлаһаң, гәзит битендә урын етмәҫ, шулай ҙа бер нисәһе тураһында әйтеп үтергә кәрәктер. Бигерәк тә, Башҡортостандан ситтә йәшәп, ҙур дәрәжәләргә өлгәшкәндәре бар. Мәҫәлән, Юрий Мәхмүтйән улы Ғәрифуллин, 75 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгәсә Златоуст ҡалаһындағы “Уралпромпроект” ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй. Орден-миҙалдары бихисап, Златоуст ҡалаһының Почетлы гражданы ла. Уның энеһе Вячеслав Мәхмүтйән улы – эске эштәр органдары полковнигы, хәҙер Силәбе ҡалаһындағы институтта уҡыта. Атайымдың энеһе Рәүеф Ғәйфуллин күп йылдар мәктәп директоры булып эшләне, Мөрсәлим ҡасабаһында йәшәй, күптән түгел 75 йәшлек юбилейын билдәләне.
29 июндә – Ҡалмаҡҡолда, 6 июлдә II Иҙелбайҙа Ҡазыхановтар нәҫеленең сираттағы йыйыны үтә. Юғарыла телгә алынған барлыҡ туған-тыумаса ҡатнашасаҡ байрамда. Нәҫел тамыры ныҡ икән – ил-йорт нигеҙе лә ныҡ. Шәжәрәбеҙ йылдан-йыл байый барып, тоҡомдарыбыҙға киләһе быуаттарҙа ла үҙ еребеҙҙә хужа булып йәшәргә насип итһен.
Салауат районы.


Вернуться назад