Ыңғай тәжрибәне таратырға теләйбеҙ28.06.2013
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов “McKinsey” компанияһының Рәсәйҙәге идарасы партнеры Виталий Клинцов менән осрашты. Башҡортостан Президенты Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙа мәктәп системаларын камиллаштырыу буйынса “McKinsey” программаһын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһенә баһа бирҙе. Осрашыу барышында Өфөнөң мәғариф учреждениеларында компанияның тәжрибәһен таратыу мөмкинлеге ҡаралды.
— Республикалағы мәғариф селтәре насар түгел, яйға һалынған, тотороҡло. Тармаҡта белемле, абруйлы кешеләр эшләй, — тине республика етәксеһе. — Ләкин 1-се лицейҙың эшен, проекттың уңышын күргәс, ыңғай тәжрибәне таратырға, нығытырға теләйбеҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика белем биреүҙең өр-яңы, камил алымдарына күсергә ынтыла.
— Үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән яңы ҡараш булдырырға, мәктәптәрҙе реформалау менән бәйле бөгөнгө шарттарға яраҡлаштырыу, позицияларҙы нығытыу йәһәтенән бергәләп уйлашырға кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. — Балаларыбыҙ мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөһөн өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү зарур.