Паркка хәүеф янамай28.06.2013
Паркка хәүеф янамайҒафури районынан редакцияға борсоулы хат килде. Унда Красноусол ауылындағы парктың ағастарын ҡырҡыуҙары һәм башҡа борсоулы мәсьәләләр хаҡында бәйән ителгәйне.
Мөрәжәғәтте Ғафури районының Красноусол ауыл Советы хакимиәте башлығы Марс Әбелғужинға юлланыҡ һәм ошо көндәрҙә яуап алдыҡ. Унда былай тиелә:
“2010 йылда, ысынлап та, ҡороған 15 төп ағас киҫелде. Әммә улар парк биләмәһендә түгел, ә уға терәлеп торған һаҙлыҡлы урында ине.
Ауылдың Фрунзе урамында яңы ҡаҙанлыҡ төҙөлөү сәбәпле, күп ҡатлы йорттарға яҡын урынлашҡан гараждарҙы күсереү ихтыяжы тыуғайны. Гараждар ваҡытлыса йорт араларына урынлаштырылды. Был, әлбиттә, бина хужаларын, йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙы ҡәнәғәтләндермәне. Артабан биләмәне төҙөкләндереү, спорт майҙансығы ҡуйыу йәһәтенән дә ауырлыҡ килеп сыҡты. Бөгөн гараж кооперативын ваҡытлыса икенсе урынға күсереү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Әйткәндәй, былтыр парк биләмәһендә – 50, ауылды йәшелләндереү маҡсатында автозаправка станцияһы яғында 330 төп үҫенте ултыртылды”.


Вернуться назад