Роза ЕВГРАФОВА, хаҡлы ялда, Шаран районының Баҙғыя ауылы:– Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Ышанам. Бер осор комсомол юлламаһы менән сит тарафтарға юлланыу йолаға әйләнгәйне. Байтаҡ ваҡыт Башҡортостандан ситтә, Үзбәкстанда, ғүмер иттем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, туған телемде, туған моңомдо онотманым. Тыуған төйәгемә ҡайтҡас та, хужалыҡҡа эшкә төштөм.
Кешенең эске донъяһы бик ҡыҙыҡ: рухи сарсау тигән төшөнсә лә бар. Һеҙҙең баҫма хаҡында һүҙ йөрөткәндә, миңә бигерәк тә "Башҡорт донъяһы" исемле махсус бит оҡшай. Ни өсөн тиһегеҙме? Бүтән ергә барып йәшәй башлаған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ нәҫел ебен үреп китә алғанмы, ҡайһы урында ниндәй вазифа биләй, нимә менән шөғөлләнә, яҙмышын кем менән бәйләгән – береһенә лә битараф түгелмен. Ғәзиз ереңдән ситтә йәшәгәндә, тыуған илеңдең ҡәҙере нығыраҡ беленә шул. Үзбәк ерендә, шул уҡ үҙем йәшәгән Наманган ҡалаһында әллә күпме ватандашыбыҙ көн итә, аҫаба халыҡтан ҡалышмай донъя көтә. Ниңә шулар хаҡында яҙмаҫҡа!? Әлбиттә, ундай мәҡәләләрҙе халыҡ ярата, эҙләп табып уҡыясаҡтар.
Ике бала үҫтерҙем, улым да, ҡыҙым да күҙле-башлы. Ейән-ейәнсәрҙәремдең шатлығы мине йәшәтә, көс-дәрт бирә.