Дуҫтар! Июнь аҙағы яҡынлашты, йылдың тәүге яртыһы үтте. Әммә гәзит алдырып уҡыуҙың бер ҡасан да һуң түгеллеген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Әгәр кемдер матбуғат баҫмаларына яҙылырға өлгөрмәгән икән, хәүефләнергә һис тә ярамай. Мәҫәлән, июлдең 20-һенә хәтлем почта бүлексәһенә барып квитанция тултырһағыҙ, яратҡан гәзит-журналығыҙ алдағы айҙан килә башлар.
Шул уҡ ваҡытта гәзиттең электрон версияһы тураһында ла онотмағыҙ. Уның күпкә арзан икәнен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, хаҡы — ярты йылға ни бары 150 һум.