Өфө ҡалаһына “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйынын ҡарарға килдем. Матур уйын. Әммә мине шул борсолдорҙо: үҙебеҙҙең музыка юҡ. Бер мәл Ҡазан ҡалаһында хоккей уйынын ҡарарға тура килгәйне. Вәт үҙебеҙҙең моң! Мосолман илендә булғаның тойола. Ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Йәшәүгә көс, дәрт алып ҡайтаһың.
Беҙҙең “Өфө-Арена”, “Салауат Юлаев” клубы етәкселеге ошо хаҡта нимә уйлай икән? Милли моң, бигерәк тә ҡурай моңо, ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн республиканың визит карточкаһына әйләнер ине. Команданың исеме генә лә ни тора: “Салауат Юлаев”! Батыр исемен йөрөткән, башҡорт донъяһын ғаләмгә таратҡан берҙән-бер команда!
Илшат ШӘЙӘХМӘТОВ.
Бүздәк районы,
Ҡаңны-Төркәй ауылы.