Беҙ белмәгән серле донъя27.06.2013
Көнсығыш беҙгә көндән-көн яҡынлашҡандай тойола. Ғөмүмән, бөтә донъя Көнсығыш менән хеҙмәт итергә ынтылған, рухи бәйләнештәр нығынған, меңәр йылдар Йыһан, тәбиғәт һәм үҙе менән гармонияла йәшәгән шәрҡиәттең боронғо аҡылына зарурлыҡ көсәйгән мәлдә йәшәйбеҙ. Бынан бер йыл элек Өфөлә Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең асылыуы ла Көнсығыш фәне, сәнғәте һәм философияһының принциптары менән яҡындан танышыуға юл асты. Кеше организмы менән тирә-яҡ мөхиттең тығыҙ бәйләнешен аңлаған, системаға һалған, нигеҙләгән медицинаны фән дәрәжәһенә күтәреү һис икеләнеү тыуҙырмай. Ни өсөн уны сәнғәткә тиңләйбеҙ тигән һорауға ла яуап бар: сөнки һауыҡтырыу ысулдары дауалаусы табиптың ижади ҡеүәтенә, һиҙемләү тойғоһона, зирәклегенә таяна. Тибет медицинаһы — тәрән философия, сөнки ул буддизмдың бөтә төп принциптарын үҙ эсенә ала.

Ышанһаң — ышан...

Донъяла беҙ белмәгән ғәжәп күренештәр ифрат күп. Кеше үҙ организмының нимәгә һәләтле булыуын, үҙенсәлектәрен, тәбиғәткә бәйлелеген дә ҡайһы саҡ аңлап етмәй. Тибет табиптарының пульс буйынса дөрөҫ, теүәл диагноз ҡуйыу оҫталығына ышанмаусылар ҙа булыр, әммә ысынбарлыҡ бөтә икеләнеүҙәрҙе лә юҡҡа сығара. Хатта ауырыуҙың үҙен күрмәйенсә, ҡулын тотоп ҡына ла сирен билдәләп була, тиҙәр. Пульс — организм эсендәге, органдарҙағы үҙгәрештәрҙе тышҡы донъяға хәбәр итеүсе мәғлүмәт ҡумтаһы. Диагноз дөрөҫ булһын өсөн пациент иртә торорға, физик эш менән шөғөлләнмәҫкә, ит ашамаҫҡа, алкоголле эсемлекте тәмләп тә ҡарамаҫҡа тейеш. Иң яҡшыһы — пульсты көндөң тәүге яртыһында, иртәнге ашты ашамаҫ элек тикшереү яҡшы. Уның дөрөҫ тибешен нурланыш артерияһында тыңларға мөмкин. Ҡул суғының беләк янындағы өлөшөнөң (беләҙек) эске яғында, баш бармаҡтың нигеҙендә урынлашҡанын күптәр белә торғандыр. Ғәҙәттә, пульсты өс нөктәлә — һуҡ бармаҡ аҫтында (цунь), урта бармаҡ аҫтында (гуань), сығанаҡ бармаҡ аҫтында (чи) — үлсәйҙәр. Ир-аттың һул ҡулындағы тибеште табип уң ҡулы менән тикшерергә тейеш. Ә ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул иткәндә, уның, киреһенсә, тәүҙә пациенттың уң ҡулындағы тибеште һул ҡулы менән асыҡлауы мөһим. Бәләкәй балаларҙың пульсын ҡолаҡ артындағы нөктәнән асыҡлайҙар. Бармаҡ остарындағы бәләкәй генә “майҙансыҡ”тар 12 эске ағзаның торошо өсөн яуап бирә. Тибет медицинаһы ҡанундарына ярашлы, тәбиғәттәге биш элемент кеше организмында биш ағзаны кәүҙәләндерә: Ағас — бауырҙы, Ут — йөрәкте, Тимер — үпкәне, Һыу — бөйөрҙө, Ер — үт ҡыуығын. Һәр элементтың тәбиғәттә хакимлыҡ итеү осоро бар (тибет календарында биш миҙгел иҫәпләнә: яҙ, йәй, көҙ, ҡыш һәм 18-әр көнлөк дүрт миҙгел арауығы). Мәҫәлән, яҙҙың тәүге 72 көнөндә бауыр һәм үт ҡыуығы пульсына йоғонто яһаусы Ағас энергияһы өҫтөнлөк итә. Шуға күрә яҙын бауыр пульсы көслөрәк тә, йышыраҡ та. Табиптар уның тибешен һабантурғай йырына тиңләй. Йәй көнө йөрәк пульсы нығыраҡ һиҙелә, “кәкүк тауышын хәтерләтә”, ти табиптар уның тураһында. Пульстың нисек тибеүенә ҡарап, кеше ғүмеренең оҙонлоғон, сифатын да билдәләйҙәр. Әгәр ҙә тибеш тигеҙ һәм нормала икән, тимәк, кеше оҙаҡ йәшәйәсәк, ә тотороҡһоҙлоғо йәшәү сифатына кире йоғонто яһай. Табиптарҙың әйтеүенсә, ғүмерҙе доғалар, ритуалдар ярҙамында оҙайтырға ла мөмкин. Сәләмәт кешенең пульсы тигеҙ, талғын була.

Һауығыуға өмөт — ярты уңыш

“Ҡытайҙа балалар церебраль фалижы сире юҡ” тигәнде ишеткән бар. Әлбиттә, сирҙең үҙе бар, әммә табиптар уға ҡаршы көрәшә һәм еңә белә. Тибет медицинаһы үҙәге табибы Джао Юй баш йәки арҡа мейеһе зарарланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән был хәүефле сирҙе дауалау хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне: — Сирҙең сәбәптәре күп төрлө. Йөклө әсәнең ағыуланыуы, йәрәхәтләнеүе, респиратор һәм йоғошло сирҙәргә юлығыуы, сабыйҙың тыуған саҡта баш мейеһе зарарланыуы, тын ҡыҫылыуы, умыртҡа бағанаһының муйын өлөшө имгәнеүе фажиғәгә алып килеүе ихтимал. Патология баланың хәрәкәт ағзаларының боҙолоуында, телмәре, психикаһы, күреү һәм ишетеү һәләте үҙгәреүендә, ҡорошҡаҡлы һәм ҡорошҡаҡһыҙ өйәнәктәрҙә сағыла. Ҡытайҙа медицинаның өс таянысы бар: үләндәр, энәләр һәм массаж. Бала тыуыу менән уға массаж яһай башлайҙар. Неврология проблемалары була ҡалһа, тейешле белгес табыу еңел хәл ителә. Ә Рәсәйҙә бындай белгестәрҙе бөртөкләп кенә һанарға мөмкин. ДЦП диагнозы ҡуйылған сабыйға ваҡытында етди ярҙам күрһәтелһә, сирҙе еңергә, йә булмаһа, хәлен күпкә еңеләйтергә мөмкин булыуына күп йыллыҡ эш тәжрибәмдән сығып әйтә алам. Иң тәьҫирле ысул — энәләр менән дауалау. Диагноз билдәле булғас та, һауыҡтырыу сеанстарын башлау мөһим, ни тиклем иртәрәк — шунса яҡшыраҡ. Бер йәш тулғанға тиклем дауалағанда, сабыйҙың үҫеш темпын һәм нервы-мускул системаһы функцияларын тергеҙеп була. Өлкәнерәк йәштәге балаларҙы ла (айырыуса мускул көсөргәнешлеге юғары булһа) ошо ысул ярҙамында дауалау ыңғай һөҙөмтә бирә. Массаж яһау һәм биологик әүҙем нөктәләрҙе быҫҡыған әрем сигаралары менән йылытыу сирҙәрҙең бөтә төрөндә лә файҙалы. Мускулдар тонусы күтәрелгәндә, йылы үлән ванналарының шифаһы ҙур. Ғаиләлә ошондай хәүефле диагноз менән сабый тыуған осраҡта һис кенә лә төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Һеҙҙе сирҙе еңеү юлында оҙайлы, ныҡышмалы хеҙмәт көтә. Аҡыл эйәләренең әйтеүенсә, һауығыуға өмөтләнеү — үҙе үк ярты уңыш. — Башҡортостанда бөгөн балалар церебраль фалижына дусар 2 меңдән ашыу сабый бар. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Рәсәйҙә һәр 1000 сабыйға ошондай диагноз ҡуйылған алты бала тыуа! — тип һүҙҙе дауам итте үҙәктең етәксеһе Азат Фәйзуллин. — Ата-әсәләрҙең хәлен яҡшы аңлайым, уларҙың башында бер генә уй: нисек тә булһа, улын йәки ҡыҙын йәһәтерәк һауыҡтырыу. Дауалау курсы оҙайлы һәм байтаҡ сығым талап итә. Беҙҙең үҙәктә дауаланған сабыйҙарға матди ярҙам күрһәткән “Мәрхәмәт”, “Беҙҙең балалар”, “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фондтарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Өмөтөмдө һис тә өҙмәйем — беҙ әле күп сирлеләргә ярҙам ҡулы һуҙа алабыҙ. ДЦП диагнозы ҡуйылған балаларҙы һауыҡтырыуҙан тыш, уларҙың ата-әсәһен реабилитациялау программаһын әҙерләйбеҙ, сөнки бындай ифрат ҙур психологик һәм физик көсөргәнеште күтәреүе бик ауыр, уның сәләмәтлекте ныҡ ҡаҡшатыуы ихтимал.

Йән һәм тән берлегенә нисек өлгәшергә?

Беҙҙең өсөн Көнсығыш — ят та, серле лә, ҡайһы саҡ аҡыл менән ҡабул итеп тә, аңлап та булмаҫлыҡ ҡатмарлы донъя. Бәлки, шуғалыр ҙа ҡыҙыҡтыра, үҙенә магниттай тарта торғандыр. Унда һаулыҡ һаҡлауға ла мөнәсәбәт икенсе. — Көнбайыш кешеһе аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәй һәм шуға ынтылырға тырыша. Көс, тиҙлек, сыҙамлылыҡ кеүек сифаттарҙы үҙләштерергә, эшкә һәләтлеген күтәрергә, матур күренергә, карьера баҫҡысынан үрләргә, һау-сәләмәт булырға теләй ул. Физик күнекмәләрҙе лә тар ғына йүнәлештә ойоштора. Мускулдарын һәм йөрәген сыныҡтырып, ҡартайыуҙан һәм артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға тырыша. Кеше үҙен төрлө хәл-әхүәлдәрҙән, башҡалар һәм донъя өҫтөнән хакимлыҡ итеү сараһы булараҡ күнектерә, сөнки йәмғиәттә ҡалыплашҡан матурлыҡ, аҡыл, уңыш эталондарына ярашмау аҙым һайын етешһеҙлектәре хаҡында иҫенә төшөрөп, йәненә тейеп тора. Был тиңһеҙ көрәш яңынан-яңы “ҡорал” төрҙәрен эҙләүгә этәрә, шулар араһында иң мөһиме — һаулыҡ! — ти Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Азат Фәйзуллин. — Ә Көнсығыш кешеһе өлгөр ҙә, матур ҙа, сәләмәт тә булырға теләмәйме ни? Айырма ниҙә һуң? — Бөтә хикмәт донъяны танып белеүгә булған мөнәсәбәттә. Көнсығыш кешеһе тирә-яҡ мөхитте мотлаҡ яулап алынырға тейешле объект итеп ҡарамай. Беҙҙе уратып алған донъя һөйөү өсөн яратылған, шуға күрә уны яуларға тырышыу — мәғәнәһеҙлек, бары берҙәмлеккә ынтылырға кәрәк! Көнсығыш кешеһе үҙен ошо Ерҙең, Йыһандың бәләкәй генә бөртөксәһе итеп тойоуы менән бәхетле. Уның күнекмәләре лә хәлдән тайҙырғыс километрҙар, килограмдар менән бәйләнмәгән, бары тән һәм йән гармонияһы ғына ҙур ҡәнәғәтләнеү тыуҙыра ала. Беҙҙең һәр беребеҙ аңлы рәүештә ошо Көнсығыш гармонияһына тартыла, әммә Көнбайыш традицияларын да инҡар итә алмай. Ни эшләргә? Яуап билдәле — икеһен дә дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Айырым йән культы ла, тән культы ла юҡ. Уларҙы яраштыра белеүҙә — беҙҙең көс, аҡыл һәм һәләт.

Тибет медицинаһы профессорҙары — Өфөлә!

Оҙаҡ ҡына һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң тибет медицинаһы докторы, профессор Энхээ Цэвэгмидтың Өфөгә килеүе республика халҡы өсөн үҙе бер табыш булды. Эске ағзаларҙы дауалаусы тәжрибәле белгес хиропратика, көнсығыш һәм кинезиологик массаждың үҙенсәлекле алымдарын уңышлы файҙалана. Ғөмүмән, ғилми-тикшеренеү үҙәгенә танылған табиптарҙың килеүе — ғәҙәти күренеш. Уларҙы эшкә саҡырғанда белгестәрҙең белеме, медицина стажы, тәжрибәһе һәм пациенттарҙың фекере иҫәпкә алына. Доктор Энхээ Цэвэгмидтың үҙ эшенең оҫтаһы булыуын Көнбайыш илдәрендә лә яҡшы беләләр. Мәскәүҙәр ҙә уның тылсымлы ҡулдарының шифаһын онотмаған, рәхмәт һүҙҙәрен әле лә улар оҙатып тора. 1982 йылда Гумбольдт исемендәге медицина университетын тамамлағас та, шунда уҡ эшкә тотона. Оҙаҡ йылдар Монголия дәүләт медицина университетында студенттарҙы уҡыта. Быуындар һәм терәк-хәрәкәт аппараты, нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системалары, ашҡаҙан-эсәк юлы, аш һеңдереү, тын алыу ағзалары сирҙәрен дауалауҙа мул тәжрибә туплаған докторҙың яҡынса дауалау схемаһын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Пульс диагностикаһы ярҙамында сирҙе асыҡлау, дарыу үләндәрен һайлап алыу, энә менән дауалау. Тарготерапия — ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн махсус инструменттар ярҙамында боҙоҡ ҡанды ағыҙыу. Әрем сигаралары менән әүҙем нөктәләрҙе йылытыу. Тибет массажы ярҙамында нервы һәм мускулдар көсөргәнешен кәметеү, йоҡоһоҙлоҡтан арындырыу, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу, иммунитетты нығытыу һәм башҡалар. Вакуум терапияһы ҡан әйләнешен, лимфа һәм тиреләге шыйыҡлыҡ йөрөшөн көйләй, баш мейеһендә ҡан әйләнешен яҡшырта. Алыҫтағы Ҡытай иленә юлланмайынса ла, ошондай уҡ кимәлдәге дауаны күптәр республикабыҙҙа алыу мөмкинлегенән файҙаланырға өлгөрҙө. Оҙаҡламай Өфөгә йәнә бер ҡытай медицинаһы белгесенең килеүе көтөлә. Харбин медицина университетын тамамлаған табип дауаханала эшләү осоронда ҙур тәжрибә туплаған. Рәсәйгә тәүге тапҡыр килеүе. Уның менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе менән доктор Юн Хэ әфәнденең әңгәмәһенән бер бәләкәй генә өҙөк килтермәксебеҙ. “Беҙҙә медицинаға ғәжәйеп мөнәсәбәт. Ул — ниндәйҙер сирҙән дауалау ысулы ғына түгел, ә үҙенсәлекле тормош фәлсәфәһе. Туғандарым араһында табиптар ифрат күп булғас, ниндәй һөнәр һайларға икән, тип оҙаҡ уйланырға тура килмәне. Үҙемдең эшемдә боронғо ҡытай медицинаһы алымдары менән бергә заманса диагностика һәм дауалау ысулдарын да ҡулланыуҙы хуп күрәм. Һөҙөмтәләр бик яҡшы, — ти ҡытай табибы. — Ни өсөн Рәсәйгә килергә теләк белдерҙегеҙ, тип һораусылар булыр. Көнбайыш менталитетына эйә булған кешеләр менән аралашыу, уларҙы ҡытай медицинаһы мөмкинлектәре менән таныштырыу минең өсөн яңы тәжрибә мәктәбенә әүерелер, тип уйлайым. Бер нисә йыл инде балалар церебраль фалижы мәсьәләләре менән ныҡлы шөғөлләнәм. Рәсәй неврологтары менән бергәләп кәңәшләшеп эшләү ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла булырына ышанам. Ҡытай врачы сирҙең билдәләрен дауаламай, ә уның сәбәбен эҙләп табырға тырыша. Кешенең сәләмәтлеге аҡыл, тән һәм йән гармонияһына бәйле. Улар араһындағы тигеҙлек боҙолһа, сир барлыҡҡа килә. Дауалау барышында организмға көсөргәнеш, ауырлыҡ килтермәҫкә, стресс тыуҙырмаҫҡа тейешбеҙ”. 200 мең йыллыҡ тарихҡа эйә фитотерапияһы, мөғжизәле энәләре, йылылыҡ һәм һыуыҡ менән дауалау алымдары булған ҡытай медицинаһы хаҡында хәҙер ҡайҙандыр мәғлүмәт эҙләмәйенсә, ә яҡындан танышыу, кәңәшләшеү, дауаланыу мөмкинлегенә һөйөнөргә генә кәрәктер. Һауығыуға өмөт бағлап, алыҫ илгә сәфәр ҡылыу ихтыяжы ла юҡ хәҙер, сөнки ҡытай медицинаһы үҙе беҙгә килде. Быуаттар дауамында оло һынауҙар үткән тибет медицинаһының серҙәрен бер мәҡәләгә генә һыйҙырыуы мөмкин түгел. Хәйер, уның тылсымлы көсөн тойоу, ҡытай табиптары ярҙамында үҙегеҙҙе сәләмәтерәк, бәхетлерәк итеү һәр кемдең ҡулынан килерлек.

***

Әйткәндәй, Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәгендә халыҡ табибы Илһам Фәйзуллин менән йөҙгә-йөҙ осрашыу, хатта әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Баҡһаң, Учалы районының Поляковка ауылында йәшәүсе табип ошо үҙәктә бер ай самаһы ауырыуҙарҙы ҡабул иткән, дауалаған, кәңәштәре менән уртаҡлашҡан, күптәрҙә һауығыуға өмөт уятҡан. Зауыҡ менән йыһазландырылған бүлмәлә табипҡа сират көтөүселәр байтаҡ ҡына. Дүртөйлө районынан Хәтмуллина Фәнилә ире Нияз менән килгән. — Рәхмәттән башҡа бер һүҙем дә юҡ, — тине ул, һөйөнөп. — Оҙаҡ ваҡыт баш ауыртыуынан, быуындар һыҙлауынан интектем, ҡулымды күтәрә лә алмай инем. Өс сеанстан һуң сирҙәрем ҡул менән һыпырып алғандай булды. Илеш районынан Клара апайым да тормош иптәше менән халыҡ табибына ҙур өмөт бағлап килде. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, барыһы ла яҡшы булыр, тигән ниәттәбеҙ. — Күреп торабыҙ, һеҙҙең бүлмәнән халыҡ ағымы һис өҙөлмәй. Ҡасан тағы ла Өфө тарафтарына юл тотмаҡсыһығыҙ? — тигән һорауға Илһам Фәйзуллин, кинәйәләп: — Ризыҡ бөтмәһә, юл өҙөлмәҫ, — тип яуапланы.


Вернуться назад