Төш ауыуға ҡарамаҫтан, поликлиникала йәнлелек һүрелмәгәйне. Берәүҙәр табипҡа инергә сираты етеүен көтә, икенселәр белешмә ала, өсөнсөләр белгес менән кәңәшләшә.Табип-инфекционист Ш. Ялаеваға күренергә теләүселәр бихисап.
Дүрт тиҫтәнән ашыу йыл бары тик ошонда, район үҙәк дауаханаһында һәм поликлиникаһында ғына эшләй Шамилә Фәтих ҡыҙы. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Баҡалыға ебәргәндәр. Шулай итеп, Башҡортостанға яҡын ғына ауылда тыуып үҫкән Татарстан ҡыҙы бында төпләнеп ҡалған, ире Зөлфәт Фәрүәз улы менән өс бала тәрбиәләгән. Ул эш башлағанда ни бары туғыҙ ғына табип була районда. Йәш белгескә инфекционист урынын тәҡдим итәләр. Тәүҙәрәк ҡыйыуһыҙыраҡ тотонһа ла, артабан медицинаның ошо йүнәлеше менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйә, йылдан-йыл тәжрибә лә туплана. Ул саҡтарҙа дауахананан икешәр тәүлек сыҡмай эшләгән саҡтары ла йыш булған. – Медицина институтына уҡырға инеүем осраҡлы түгел, табип булырға хыялландым һәм теләгемә өлгәшеүем менән бәхетлемен. Һуңғы йылдарҙа отпускыға киткән һайын ҡабат эшкә сыҡмаҫҡа уйлап, ғариза яҙам. “Бер аҙ эшләп тор инде, белгестәр етешмәй бит”, – тиҙәр ҙә йәнә ҡалырға ризалашам. Ауырыуҙар ғына түгел, үҙем дә уларҙан айырыла алмайым, ахырыһы. Бына нисәмә йыл ышанып киләләр, өмөтләнеп сығып китәләр. Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә, хәлдәренә инергә тырышам, – ти табип. Был осорҙа уға күҙ төбәп кемдәр генә мөрәжәғәт итмәгән?! Ашҡаҙан-эсәк инфекцияһы, киҙеү йәки грипп кеүек ғәҙәтигә әүерелгәндәре булһа бер хәл әле. Гепатит вирусы, ВИЧ-инфекцияһы йөрөтөүселәр ҙә — уның пациенттары. – Шуға ла үҙемде иң элек психолог булараҡ хис итәм. Йәшәүҙән төңөлөп, тормоштоң ҡыҙығын юғалтып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына инеүселәр өсөн мәлендә йылы һүҙ табырға тырышам. Тынысландырыу өсөн ауыр яҙмышҡа дусар булған хәлдә лә сабырлыҡ менән йәшәгән ауырыуҙарҙы миҫал итеп килтерәм, дауаланырға, кәңәштәрҙе тоторға күндерәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа гепатит сирлеләр арта, ВИЧ-инфекцияһы йөрөтөүселәр ҙә өҫтәлеп тора. Ҡасан ғына был ауырыуҙар беҙҙең төбәккә килеп етмәҫ кеүек ине. Әхлаҡтың юғалыуы, йәштәрҙең наркотик матдәләр менән мауығыуы, сәләмәт тормош алып бармауы һөҙөмтәһе шулай ҡайһы берәүҙәрҙе ауыр хәлдә ҡалдыра, — тип борсола Шамилә Ялаева. Эшләй башлаған йылдарҙа үҙҙәрен дауалаған табипҡа хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен алып килеүселәр ҙә бар. Шулай уҡ: “Иремде йәки туғандарыбыҙҙы һауыҡтырғайнығыҙ, шуға йәнә һеҙгә күҙ төбәп килдек”, – тип мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ. Шамилә Фәтих ҡыҙының хеҙмәте маҡтаулы исем бирелеп йәки дәүләт наградаһы менән баһаланмаған. Уның өсөн был мөһим дә түгел. Бар ғүмерен кешеләр һаулығына арнаған табипҡа иң ҙур баһа – халыҡтың рәхмәте һәм ышанысы. – Элегерәк оло йәштәге бер инәй рәхмәтен тубыҡланып белдергәйне. Ул хәл бөгөн дә күҙ алдымда. Урамда күргәндә лә, башҡа ерҙә осратҡанда ла мине табип булараҡ ҡабул итәләр. Тимәк, һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын, хеҙмәтемде ҙурлайҙар, — тип ҡыуана Шамилә Ялаева.
Баҡалы районы.