“Ҡоллоҡ заманы үтте...”27.06.2013
“Башҡортостан кешеләре ҡол түгел. Бер кем дә бушҡа эшләргә тейеш түгел. Бөтәһенә лә ғаиләһен ҡарарға, ашарға, кейенергә, лайыҡлы йәшәргә кәрәк”, — тине Президент Рөсәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында. Һүҙ эш хаҡы түләмәүселәр һәм бурыстарҙы бөтөрөү юлдары тураһында барҙы.
1 июнгә ҡарата Башҡортостанда 30 миллион һум самаһы хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс бар. Был — рәсми статистика мәғлүмәттәре, ысынбарлыҡтағы һандар күпкә ҙурыраҡ. — Төп бурыстар 10 муниципаль районда һәм өс ҡалала теркәлгән. Проблемалы “нөктәләр” — Күмертау ҡалаһы менән Туймазы районы. Иң күп бурыс, һәр ваҡыттағыса, эшкәртеү предприятиеларында, — тине Рөстәм Зәки улы. Мәҫәлән, бөгөнгә ҡарата “Туймазыбыяла” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эш хаҡы буйынса — 60 миллион, “Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә — 41 миллион, “Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 18 миллион һум самаһы бурыс бар. Хәл бөтә ерҙә лә ауыр, сәбәптәре иһә төрлөсә. Хөкүмәт ултырышында ҡайһы бер ойошмалар етәкселәре сығыш яһап, аңлатма бирҙе. Туймазылағы ауыр хәл предприятиеның әхлаҡи яҡтан иҫкереүе һәм баҙарҙағы дәғүәселекте еңә алмауына бәйле булһа, башҡаларында, “һоро” схемаларҙы тормошҡа ашырыу сәбәпле, енәйәт эштәренә тиклем барып етеү көтөлә. — Алдаҡсылар, кеше иҫәбенә байығырға тырышыусыларҙың бөтәһе лә ҡаты яза алырға тейеш. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов. Ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны. Ул да бик күңелһеҙ мәғлүмәт бирҙе. Эш хаҡын түләмәү осраҡтары алданған өлөшсөләр проблемаһын хәтерләтә. Ҡануниәттәге етешһеҙлектәр арҡаһында, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын боҙған эш биреүселәр закон нигеҙендә эшләй һәм яуаплылыҡты бер кем дә иңенә алмай. Рөстәм Зәки улы был йәһәттән муниципаль советтар, профсоюздар, хеҙмәт инспекцияһы эшмәкәрлеге менән дә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.