Һорауҙарығыҙ булһа...27.06.2013
Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙән Туймазы районы хакимиәте бинаһында (Островский урамы, 34) Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Р.К. Исҡужин, көндөҙгө сәғәт 12-нән Белорет районы хакимиәте бинаһында (Ленин урамы, 71) Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары И.Н. Васимирская, 28 июндә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Дәүләкән районы хакимиәте бинаһында (Ҡыҙыл майҙан урамы, 9) Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары И.З. Шахмаев, ошо уҡ көндә иртәнге сәғәт 10-дан Хәйбулла районы хакимиәте бинаһында (Аҡъяр ауылы, С. Юлаев проспекты, 45) Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Ә.Ә. Хисмәтуллин граждандарҙы ҡабул итә.


Вернуться назад