Гранттар хужаһын көтә27.06.2013
Быйыл сит ил мәғариф һәм ғилми учреждениеларында уҡытыу өсөн Башҡортостан Президенты гранттарына дәғүәселәрҙе һайлау конкурсы башланды. Акция 2013 — 2017 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһы өсөн сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Был программа республика Президенты Указы менән раҫланды. Конкурста юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф һәм ғилми учреждениелары, студенттар, аспиранттар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, дәүләт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Сит илдә уҡытыу өсөн Башҡортостан Президенты гранттарына дәғүәселәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алыу тураһындағы положение республикалағы Мәғариф министрлығының http://www.morb.ru/ok/ сайтында урынлаштырылған.


Вернуться назад